Илүзә Илшат ҡыҙы гүзәл тәбиғәтле, данлыҡлы Учалы районының Юлдаш ауылында тыуып үҫкән. Ҡунаҡбай ауылы мәктәбенә I класҡа барғанда ҙур хыялына табан тәүге аҙымдарын яһай. Тап шунда уның күңелендә уҡытыусы һөнәренә һөйөү ярала. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, мәктәпте тамамлағандан һуң колледжға башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәре буйынса уҡырға инә.
Уҡыуҙа ла тырыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡыҙ колледжда үҙен ысын лидер итеп күрһәткән. Быйыл ул уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамларға әҙерләнә. Әммә үҙенең белемен практикала ҡулланыу өсөн сығарылыш кисәһен көтмәй. Әле үк, маҡсатлы уҡыу программаһы буйынса, мәктәптә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй, үҫеп килгән быуынға туған телгә һөйөүен еткерә.
Уҡыуҙан, эштән тыш буш ваҡытында төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға, йырларға, бейергә ярата. Төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә ирешеп, бихисап Маҡтау грамоталары, сертификаттар менән бүләкләнгән ҡыҙ, яңыраҡ Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының юғары һәм урта профессиональ белем биреү мәғариф ойошмалары студенттары араһында үткәрелгән “Әсә теле” республика конкурсында II урын яулаған.
- Йәш дуҫтарыма, хәҙер оло тормош тупһаһында тороусыларға һәм хыялға табан тәүге аҙымдарын яһаусыларға бер нисә һүҙ әйтергә теләйем. Үҙ көсөгөҙгә һәр ваҡыт ышанығыҙ. Был - ауыр ваҡытта бөгөлмәҫкә һәм һәр уңышһыҙлыҡтан һуң күтәрелергә ярҙам итерлек эске терәк. Донъя мөмкинлектәр менән тулы, әммә бер ябай хәҡиҡәтте иҫтә тоторға кәрәк: тормошта уңыш тик тырыш, эҙләнеүсән, маҡсатлы кешеләргә генә йылмая.
Мәктәп йылдары - ул ҡиммәтле бүләк, алтын ваҡыт, тап ошо мәлдә һеҙҙең бөтә киләсәк тормошоғоҙға нигеҙ һалына. Шуға күрә һеҙҙе белем алыуға мөмкин тиклем яуаплы ҡарарға саҡырам. Көндәлектәге “яҡшы” баһалар өсөн генә уҡымағыҙ, ә әйберҙәрҙең асылын аңларға тырышығыҙ, сөнки был белемдәр киләсәктә төп капиталығыҙ буласаҡ.
Әммә уҡыу - миҙалдың бер яғы ғына. Һәр кешелә үҙенсәлекле талант йәшеренгән. Уларҙы асырға, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа һәм фестивалдәрҙә көсөгөҙҙө һынап ҡарарға кәңәш итәм. Беренсе урынға сыҡмаһағыҙ ҙа, еңеүсе булырһығыҙ, сөнки улар арҡылы аралашыу тәжрибәһе алаһығыҙ һәм тулҡынланыу менән көрәшергә өйрәнәһегеҙ.
Тормош - ул марафон кеүек. Был юлда текә күтәрелештәр ҙә, түбән төшөүҙәр ҙә буласаҡ. Бер ҡасан да үҙегеҙгә амбициоз маҡсаттар ҡуйыуҙан ҡурҡмағыҙ, хыялланығыҙ, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһын меңәрләгән бәләкәй аҙымдар аша ғына тормошҡа ашырып була, - ти Илүзә.