Замандаш
14 Августа , 10:37

Ҡаратабандар араһы ҡыҙы Ольга

Ольга Михайловна - башҡорт ҡатыны. Һәм был раҫлау уйҙырма һиҙемләүгә ҡоролмаған, был - ысынбарлыҡ.  Мин ғәжәп ҡылып:- Улайһа, ни өсөн һеҙҙе Ольга Михайловна тиҙәр һуң? - тип һорайым. Ул былай тип яуаплай:- Атайым - урыҫ, әсәйем башҡорт минең. Атайым мине яратҡан һеңлеһе хөрмәтенә Ольга тип атаған. Миңә әсәйем яғынан өләсәйемдең йоғонтоһо ҙур булды. Башҡорт йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре солғанышында үҫкәнгәлерме, үҙемде башҡорт итеп тоям. Башҡорт мәҙәниәтен бик яратам...

Ҡаратабандар араһы ҡыҙы ОльгаҠаратабандар араһы ҡыҙы Ольга
Ҡаратабандар араһы ҡыҙы Ольга


Әммә бөгөн һүҙ башҡа юҫыҡтараҡ. Күптән түгел Ольга Михайловна Павлова ҙур булмаған китап баҫтырҙы, унда әсәһе яғынан 13 быуынға тиклем  нәҫел ебе тасуирланған. Бынан тыш Шығай ауылының шәжәрәһенә арналған брошюра ла нәшер ителгән. 
Йорто бик күркәм уның. Мө-
йөштә башҡорт күлдәге эленеп тора - милли байрамдарҙағыса сағыу биҙәкле түгел, ә бер төҫтә. Диуарҙа нәҫел ағасы ботаҡтары төшөрөлгән. Был - шәжәрә. Рәсем тамыры мәңгелеккә киткән, ә ботаҡтары киләсәккә һонолған ағасты хәтерләтә. Ҡайһы берәүҙәр нәҫел йылъяҙмаһы менән мауығыу-
ҙы бары тик ваҡытлыса күренеш тип һанай. Әммә был улай түгел. Бөтә халыҡтарҙа ла ғаилә шәжәрәһе - ул мәҙәни кодтың бер өлөшө.   
- Ни өсөн һеҙҙең шәжәрәлә балыҡ һүрәте төшөрөлгән? - тип һорайым, шәжәрә ботаҡтарына күрһәтеп. Тәүҙә мин был деталде аңғармағайным, ныҡлабыраҡ ҡарағас, балыҡты шәйләнем...
- Барыһы ла ябай ғына, - тип 
яуаплай Ольга Михайловна. - Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ хәҙерге Силәбе өлкәһендәге Ҡаратабан күле янында йәшәгән. Улар балыҡсы булған. Шуға ла балыҡ төшөрөлгән... Һәм беҙҙең ара Ҡаратабандар атамаһын йөрөтә. Рус теленә был һүҙ “карп” тип тәржемә ителә.
Ольга Михайловна ғәжәп факттар тураһында бәйән ҡыла: нәҫел ағасында унан  ун өсөнсө торған Бейембәт бей башҡорт ихтилалдарының береһендә тауға китә. Һуңынан ул ҡатай ырыуының бай башҡорто Ҡалмаҡҡолдоң ҡыҙына өйләнә. Ольга Михайловна әйтеүенсә, борон Шығай ауылы Ҡалмаҡҡол тип йөрөтөлгән.
- Ҡаратабандар араһы башҡорттары тураһында ни әйтерһегеҙ? - тип һорайым Ольга Михайловнанан. 
- Улар ихтыяр-
лы, эшһөйәр һәм ныҡышмалдар. Һәм, әлбиттә, ғәжәп игелек-
леләр.
Хәйер, игелеклек бөтә башҡорт халҡына хас сифат. 
- Шәжәрәне төҙөргә миңә яҡшы кешеләр ярҙам итте, - тип дауам итә Ольга Михайловна. - Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисаметдинова, ул Өфө тарих һәм әҙәбиәт институтында эшләне. Һәм күренекле ҡурайсы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев. Әйткәндәй, ул беҙҙең нәҫелдән. Йәнә Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов та беҙҙең араныҡы. 
Ольга Михайловна билдәләүенсә, китапты яҙғанға тиклем үк, Мөхәмәт Усман улының ете быуынға тиклем шәжәрәһе булған. Әммә, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ, конкрет архив һылтанмалары булмаһа, бындай йылъяҙмаларҙың тарихи көсө юҡ. Тарих һәм әҙәбиәт институтына мөрәжәғәт итергә тура килә... Нәҫелдәге һәр исемде раҫлаусы документтар йыйыу эше өс йыл дауам итә. Һәм бына китап донъя күрә. Был ваҡиға, бәлки, ябай ғына кеүектер, әммә һығымта яһарға ашыҡмағыҙ.
Шәжәрә генә түгел ул, ә ысын тарихи тикшеренеү! Үрҙә әйтелгәнсә, Ольга Михайловна Ҡаратабандар араһынан. Китапта ул ошо ырыу төркөмөнөң ентекле тасуирламаһын бирә. Ул ғына түгел, нәҫел бәйләнеше мәсьәләләренә медицина күҙлегенән ҡарай: Ольга Михайловна хәтһеҙ йылдар табип булып эшләй (травматолог-ортопед). “Ырыу төркөмдәренең генетик кодификацияһы” -  китаптың бүлек атамаһын уҡып ҡына ла, уның теманы ни ҡәҙәр тәрән өйрәнгәнен аңлайһың.  
- Гендар мөһим роль уйнаймы? - тип ҡыҙыҡһынам.
- Кеше характерының өс проценты ғына гендарҙан формалаша, - тип яуаплай Ольга Михайловна. 
- Ә ҡалған туҡһан ете нимә һуң? 
- Урам, мөхит, атай-әсәйҙең тәрбиәһе, билдәле бер идеяларҙың, ҡараштарҙың, диндәрҙең һәм башҡа нәмәләрҙең йоғонтоһо...
Мин уны тыңлайым һәм бер ҡатлы фекер йөрөтәм: Есенин, рус даһийы, бер осор типография-
ла эшләгән, күп китап уҡыған. Әгәр ул ит кибетендә эшләһә, бәлки, беҙҙең Есениныбыҙ булмаҫ та ине...  
- Һеҙ бәхетле кешеме? - тип һорайым әңгәмәсемдән. 
- Бик тә!
- Ә бәхет нимәлә?
- Мөхәббәттә. Туғандарыңа, яҡындарыңа, үҙеңдең эшеңә, пациенттарға, бөтә тереклеккә ҡарата һөйөү тойғоһонда! Бөгөн донъя-
ла, үкенескә ҡаршы, мөхәббәт етмәй...
Миндә шундай ҡыҙыҡлы фекер тыуҙы: Ольга Михайловна үҙенең ошо хеҙмәте арҡылы бөтә халыҡтар татыу йәшәгән, донъя диндәре бер-береһе менән тыныс күрше ҡылған, уртаҡ байрамдары, мәҙәниәте булған Рәсәйҙе кәүҙәләндерә. Күптәр бөгөн милли идея эҙләй. Ә ниңә эҙләргә һуң уны? Беҙҙең идея - бөтәһе өсөн уртаҡ булған Рәсәй. Төрлө халыҡлы, күп телле һәм һәр ваҡыт бөйөк.
...Осрашыу һуңында Ольга Михайловна Павлова былай тине: 
- Мин атайым яғының, рус нәҫеленең дә, шәжәрәһен төҙөргә хыялланам. Һәм быны мотлаҡ эшләйәсәкмен.

Игорь КАЛУГИН.

Автор:
Читайте нас