Замандаш
14 Августа , 07:47

Тормошо - һүнмәҫ ихтыяр гимны

Замандаш.

Тормошо - һүнмәҫ ихтыяр гимныТормошо - һүнмәҫ ихтыяр гимны
Тормошо - һүнмәҫ ихтыяр гимны

Көслө рухлы, тормош һынауҙары алдында һынмаған, шул иҫәптән нескә йәнле ҡатын-ҡыҙҙар һәр ваҡыт һоҡланыу уята. Уларҙа ҡорос ихтыяр менән ҡояш байыуының матурлығына, ысыҡ төшөүенә һоҡлана белеүе берләшкән. Тормош башҡаларға ҡарағанда көслөрәк һынау биреп, сабырлығын һынай кеүек, әммә ауырлыҡтарҙан бөгөлөп төшөр урынға, улар баҫым аҫтында ныҡлыҡ алған алмас ташы кеүек, көслөрәк кенә була бара. Улар, ғәҙәттә, үҙҙәре тураһында ҡысҡырмай, һоҡланыу талап итмәй һәм ярлыҡау эҙләмәй.

Уларҙың күңел нескәлеге күҙ йәштәрен түгеүҙә түгел, ә ғәжәп шәфҡәтлелектә сағыла. Үҙ боҙло ҡышын кисергәндән һуң улар беренсе булып өшөгән юлсы өсөн ут ҡабыҙа. Тик  юғалтыу йәки яҙмыш һынауҙарынан һуң аяғына тороп баҫҡан ҡатын-ҡыҙ ғына икенсе кешенең көсһөҙлөгөн түгел, ә йәшерен һыҙланыуҙарын, әрнеүҙәрен тоя ала. Ул донъяның үҙе теләгәнсә генә бармауын аңлай һәм тормоштоң бөгөнгө көндә тәҡдим иткән “көйөнә” бейергә өйрәнә.
 
Уларҙың өйөндә, ниндәй генә мөхит булмаһын, һәр ваҡыт йылы, яҡты, нурлы, тыныс. Бындай әсәләрҙең балалары хәҡиҡәттең эске камертоны менән үҫә: улар мөхәббәттең матур һүҙҙәр түгел, ә ауыр ваҡытта маңлайға ҡуйылған әсә ҡулы икәнен белә.
 
Тормош бындай ҡатын-ҡыҙҙы ғаиләһе өҫтөндә күк йөҙөн тотоп торорға мөмкинлек биргән емерелмәҫ таяу итеп ҡуйған. Тап шундай ер шарын һиҙҙермәй генә “әйләндергән”, көслө рухлы, яҙмыш һынауҙары алдында баш эймәгән ханымдарҙың береһе - Фирүзә УСМАНОВА менән  таныштырмаҡсыбыҙ.
 
Тормош иптәше фажиғәле һәләк булғанда улы Илмир II генә класта уҡыһа, ҡыҙы Айгөлгә 3 йәш тә тулмаған була. Бер төндә яратҡан ҡатындан ул донъяларының төп терәүенә, табышсыһына әйләнә. Башта бер аҙ юғалып ҡала, ғәҙәти тормош бер секундта емерелеп төшкән кеүек тойола. Ҡыҙын балалар баҡсаһына урынлаштырыр ине, Уҡшуҡтағы мәктәпкәсә тәрбиә биреүҙең берҙән-бер усағы янып юҡҡа сыҡҡан була. Улының мәктәп маршруты ла әсәһенең оҙатыуын талап итә: күтәрмәгә тиклем оҙатырға, дәрестәрҙән һуң ҡаршы алырға кәрәк.
 
Әммә иң ауыры ихата йөгө була. Кәртәләге һыйыр иртәнге һауынды талап итә, тынғыһыҙ ҡош-ҡорттар ығы-зығы килә... Бынан тыш донъяуи мәшәҡәттәр ҙә йорт хужаһының үлеме менән бер ҡайҙа ла китмәй. Ҡайғы - ҡайғы, ә ураҡ үҙ-үҙен ҡырҡмай һәм утын үҙ-үҙен ярмай, тип тырышып, сәмләнеп донъя йөгөн тарта башлай...  
 
Яҙын, тәбиғәт оҙайлы йоҡонан уянғас, һигеҙ йәшлек кенә улы һәм артынан бер тотам ҡалмай итәгенә йәбешеп йөрөгән ҡыҙы менән егерме биш сутый ергә картуф ултырталар. Көҙөн, артығын һатып, ғаилә бюджетын тулыландыралар.
 
Йәйен иһә бесән әҙерлеге башлана. Иренән һуң иш янына ҡуш булһын, тип һыйырҙы икәү итеп ебәргәс, уныһын да икеләтә эшләргә кәрәк. Балалар бәләкәй булһалар ҙа, әсәләренә хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырышалар, бәләкәйҙән барлыҡ эштәргә өйрәнеп үҫәләр. Әсәһе ейәненең ирҙәр эшенә иртә тотоноуын күреп йәлләп: “Шул остоҡ ҡына балаңды ат урынына егәң”, - тип орошор була. Эйе, ул саҡта төп ярҙамсыһына әйләнгән 8-9 йәшлек кенә бала Фирүзә ханыма ҙур кеше кеүек тойола.
 
Айгөл I класҡа уҡырға барған йылда Уҡшуҡтағы колбаса етештереү цехында йыйыштырыусы булып эшкә саҡыралар. Был уның өсөн күптән көтөлгән ҡыуаныслы ваҡиға була - өйҙән биш минутлыҡ йәйәү юл, йәпле график: балаларҙы уятыр-
ға, мәктәпкә оҙатырға ла, сменаһы бөткәс, уларҙы ҡаршы алырға ла өлгөрә.
 
- Бер аҙҙан элекке мастерыбыҙ Вера Николаевна Дегтярева цехҡа ит бүлеүсе итеп алды. Әммә беҙ бөтә операцияларҙы ла башҡара инек, колбаса, сосискалар эшләргә лә, бәйләргә лә өйрәндем. Ул ваҡытта әлеге кеүек заманса ҡорамалдар юҡ ине, барыһын да ҡул  менән эшләнек. Бында эшләүемә өс тиҫтә йыл булып килә, декабрь айында хаҡлы ялға сығырға йыйынам. Башҡа ергә эшкә күсеү теләге бер ваҡытта ла булманы. Беҙ ыҫланған, бешерелгән, ярым ыҫланған колбасалар, сосискалар, сарделькалар, төрлө деликатестар етештерәбеҙ. Продукциябыҙҙың сифатын район-ҡала халҡына әйтеп тораһы юҡ, уны ауыҙ итеп ҡараған кеше башҡа төрлөһөн магазиндан алмаясаҡ.
 
Коллегаларыбыҙ менән татыубыҙ, бер-беребеҙгә ярҙамсылбыҙ. Етәкселәребеҙгә ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә, ярҙам итеп торалар, хәлебеҙҙе аңлай беләләр. Эшемде күңел йыуанысым, тип әйтә алам.
 
Атайһыҙ үҫкәнгәлерме, балаларым ҡара тырыш булды. Улым Илмир мәктәптән һуң Магнитогорск дәүләт университетының бюджет бүлегенә уҡырға инеп,  дипломлы белгес булып сыҡты. Айгөл  Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалын тамамланы. Һөнәре буйынса - филолог. Әлеге көндә Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводында контролер булып эшләп йөрөй, - ти Фирүзә Риф ҡыҙы.
 
Әммә тормошо һәүетемсә генә алға барғанда яҙмыш уға тағы ла бер ауыр һынау ебәрә - ете йыл элек улы фажиғәле рәүештә һәләк була. Был хәл уның донъяһын икегә: "ул саҡтағы" һәм "хәҙерге" тормошҡа бүлә. Йөрәгендәге был тәрән яра әле лә төҙәлмәгән, ул тик ошо ауыр ҡайғыны йылмайыу аҫтына йәшереп, йәшәүен дауам итә.
 
Фирүзә Риф ҡыҙының ғүмер тарихы - йәшәүгә булған һынмаҫ ихтыяр гимнына тиң. Тормошта ҡайғыһын да күтәреп, шатлыҡлы, бәхетле мәлдәрен дә кисереп, ул рух көсө йығылмауҙа түгел, ә иң оҙон төндән һуң да яҡтылыҡ таба алыуҙа икәнлеген иҫбатлаған. Ул беҙҙең барыбыҙға ла кеше йөрәгенең теләһә ниндәй ауырлыҡты күтәрә алыуы һәм донъяны яратыуҙы дауам итергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләй.
 
Автор:Расима Салихова
Читайте нас