

Эйе, Бөтә донъя почта көнөнә арналған мәҡәләнең баҙыҡ төҫтәрҙән башланмауы үкенес, әлбиттә. Ни тиһәң дә, был тармаҡтың да күңел йылытыр, йыуандырыр мәлдәре юҡ түгел. Теге йәки был тораҡ пунктты бөгөнгәсә почта хеҙмәте менән тәьмин иткән, йылдар дауамында үҙ һөнәренә тоғро ҡалған фиҙаҡәрҙәр ҙә бар әле. Шундайҙарҙың береһе - Әзекәй, Ҡоҙғон-Әхмәр, Ҡарайылға ауылдары почтальоны Гөлнара САФУАНОВА. Тиҫтә йылға яҡын халыҡҡа хат, гәзит-журналдар таратҡан, ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырған ханым “Рәсәй почтаһы”ндағы бөтә үҙгәрештәрҙе үҙ иңендә татыған.
Ҡоҙғон-Әхмәр ҡыҙы Сания һәм Әхмәтша Мөхәмәтғәлиндарҙың биш балалы татыу ғаиләһендә донъяға килгән. Әзекәй һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 26-сы һөнәрселек училищеһында тегенсе-мотористкаға уҡый. Хәтһеҙ йылдар Белорет ҡалаһындағы “8 Март” тегеү фабрикаһында эшләй. 36 йыллыҡ дөйөм хеҙмәт стажына ауыл мәктәбендә - ашнаҡсы, магазинда һатыусы булған саҡтары ла инә.
2018 йылда Гөлнара Әхмәтша ҡыҙы Әзекәй почта бүлексәһенә почтальон булып эшкә урынлаша. Ошо һигеҙ йыл дауамында уның хеҙмәтләндереү зонаһында бер түгел, өс ауыл! Ә бит хат ташыусылар ваҡытлы матбуғатҡа яҙҙырыу, гәзит-журнал таратыу менән генә сикләнмәй, уларҙың иңендә йәнә көндәлек тауарҙар, аҙыҡ-түлек тәҡдим итеү, коммуналь хеҙмәттәрҙе түләшеү, квитанция һәм башҡа документтарҙы ҡабул итеү кеүек бурыстар ҙа ята. “Әзекәйҙә почта ябылып, корреспонденцияны Тимер юл ауылы бүлексәһенән барып ала башлағас, бер ни ҡәҙәр йөкләмәләрҙән азат булдыҡ та бит, юлға ваҡыт күберәк сарыф ҡылына”, - ти Гөлнара ханым.
Почтальондарға яуаплы, намыҫлы, физик йәһәттән сыҙам булыуҙан тыш кеше менән уртаҡ тел таба белеү, аралашыусан, сабыр булыу ҙа зарур. “Почта - ул тышҡы донъя менән бәйләнеш кенә түгел, ә аралашыу, күңел серҙәрен бушатыу, борсолоуҙар менән уртаҡлашыу сараһы ла. Айырыуса яңғыҙ ҡарт-ҡоро һинең иғтибарыңа, шәфҡәтлегеңә мохтаж”, - ти әңгәмәсем.
Әзекәй менән Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы араһы - 7, Ҡарайылғаға тиклем сама менән 5 саҡрым. Бер ауылдан икенсеһенә йәйәүләп йөрөү ауыр ҙа, хәүефле лә. “Почта таратырға йә ирем, йә улым йөрөтә, улар бушамағанда, ҡаланан ҡыҙым килә”, - ти Гөлнара Әхмәтша ҡыҙы. Эйе, шәхси тормошо ла күркәм, бәхетле уның. Урман янғындары һағында торған хәләле Рәшит Мөхәмәтйән улы менән Айгөл, Вадим исемле инсафлы, матур балалар үҫтергәндәр. Ҡыҙҙары башлы-күҙле булып, кейәүҙәре Йәлил менән Асель исемле наҙлыҡайҙы тәрбиәләйҙәр. Сафуановтар кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, баҡса үҫтерә. Хәләл көс менән өйгән донъялары ҡотло, бәрәкәтле. “Яҡындарыбыҙ, күңел ятҡан һөнәр-шөғөлдәребеҙ, үҙ еребеҙҙә йәшәүебеҙ менән ырыҫлыбыҙ”, - ти улар.
Бөтә донъя почта көнөндә үҙ эшен фиҙаҡәр атҡарған Гөлнара Әхмәтша ҡыҙын һәм барлыҡ почта хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары айҡанлы тәбрикләп, барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, лайыҡлы баһа һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ.