Замандаш
16 Октября , 05:19

Йылылыҡ һәр телемдә

Бәләкәй саҡта әсәйҙәр икмәккә ябай кибеткә түгел, ә ысын ауыл икмәкханаһына ебәрә торғайны. Алдан килеп эҫе мейестең, әсе ҡамырҙың һәм ҡайын утынының иҫерткес еҫен һулап, Нәзирә һәм Нәзифә апайҙарҙың хуш еҫле икмәкте мейестән алғанын түҙемһеҙлек менән көтөп ултыра торғайныҡ. Бына икмәк бешереүселәр киң ҡулайлы ағас көрәк менән мейестән бер-бер артлы икмәк формаларын сығарып, оҫталыҡ менән ағас һикеләргә бушата. Өйҙәгеләр биргән аҡсаны апайҙарға һоноп, көтөп алған бер нисә эҫе икмәкте сеткаға һалаһың... Өйгә еткәнсе түҙмәй инек. Ҡалған аҡсаны йомарлап тотоп, бәләкәй ҡулдарҙы һәм ирендәрҙе бешерә-бешерә, юл буйында уҡ ашай башлай торғайныҡ. Шуҡтары, ҡайтып еткәнсе ашарға тип, бер буханканы өҫтәп тә һатып ала ине. Икмәктең осон - ҡыртышын ғына һындырып алабыҙ. Ул саҡта донъяла йомшаҡ икмәктән дә тәмлерәк ризыҡ юҡ ине. Шул ваҡыттан бирле күп йылдар үтте. Ә икмәкханаға йөрөүҙәр йылы, матур иҫтәлек кенә булып ҡалды. Ә шулай ҙа тап ошо онотолоп барған хуш еҫле тәмле икмәкте Егәҙелә таптыҡ. Бында ҙур, һылап-аҡланған, утын менән яғылған мейестә әле лә бала саҡ икмәген бешерәләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йылылыҡ һәр телемдәЙылылыҡ һәр телемдә
Йылылыҡ һәр телемдә

Бөгөн - Халыҡ-ара икмәк көнө. Күптәр өсөн был календарҙағы ябай ғына көн булһа, егәҙеләр өсөн - үҙенсәлекле һәм ысын мәғәнәһендә “эҫе” дата. Нәҡ ошо ауылда боронғоса икмәк бешереү традицияһы һаҡланған. Егәҙенең иң “эҫе” урыны ла - һуғыштан һуңғы йылдарҙа төҙөлгән айырым бинала урынлашҡан урындағы икмәкхана. Ҙур тәҙрәләр, бейек түбә, ихатаһында утын өйөмө. Бинаның ҙур өлөшөн мейес биләй. Уны элеккесә утын менән яғалар, оҙаҡ йылынһа ла, һуңынан йылыны яҡшы бирә. Бындай мейестә икмәк бешереү электр мейесендәге кеүек түгел. Тегенеһен розеткаға тыҡтың да - бөтә хәстәрлек бөтә. Бында икмәк көйөп китмәһен, тигеҙ бешһен өсөн, температураны даими күҙәтеп торорға кәрәк.
Ни өсөн бында икмәк шундай тәмле һуң? Күпләп асылған бәләкәй заманса икмәкханаларҙа бешерелгәне менән сағыштырғыһыҙ ҙа түгел? Ә бит икмәк башы ла бер үк кеүек: он, сүпрә, тоҙ һәм һыу. Технологияһы ла яҡынса бер төрлө: ҡамыр баҫаһың, ҡабарыуын көтәһең дә - мейескә. Ә һөҙөмтәлә иһә төрлөсә килеп сыға. 
Икмәк бешереүсенең хеҙмәтен еңел тип атап булмай. 280 градусҡа тиклем йылытылған мейес янында бер нисә минут тороп ҡара, ә уның алдынан тағы он ташы, һыу ҡой, ҡамыр баҫ - барыһы ла аяғүрә. Шуға күрә икмәкханала эшләргә теләүселәрҙе ут менән эҙләһәң дә тапмаҫһың. Ә икмәк бешереүсе булмаһа, икмәк тә булмаясаҡ. Әлбиттә, күп нәмә икмәк бешереүсенең оҫталығына һәм тырышлығына бәйле. 20 йыллап эшләгән Ольга Морозованы ла, 10 йылға яҡын икмәк бешергән Валентина Мырҙагилдинаны ла бында эшләргә һәм бешеренергә булған теләктәре алып килгән. “Белорет. Икмәк” йәмғиәтенә (учредителе - Алина Мортазина) ҡараған Егәҙе икмәкханаһының өлкән икмәк бешереүсеһе Людмила Дуракова әйтеүенсә, көн дә бешерелгән 180 буханканың күпмеһелер мәктәп ашханаһына оҙатылһа, ҡалғаны Егәҙе һәм башҡа ауыл-ҡала һатып алыусыларҙың кәрзиндәренә төшөп ята, магазин кәштәләренә һалына. 
- Ауыл икмәкханаһында өлкән икмәк бешереүсе булһам да, тәмле икмәк бешереү серен инструкцияларҙан түгел, ә үҙ тәжрибәмдән беләм. Уны бала саҡтан, иртәнсәк өйгә таралған еҫтән һеңдергәнмен. Әсәйем, һуңынан үҙем дә, икмәкте һәр ваҡыт өйҙә бешерҙек. Кибеттә булмағанлыҡтан түгел, ә үҙеңдеке бөтөнләй икенсе төрлө булған өсөн. Әсәйемдең  ҡамыр баҫыуын, уның ҡалҡҡанын көтөп, бала-сағаның тирә-яғында өйрөлөп йөрөүен, һуңынан ағас көрәк менән уны урыҫ мейесенең ҡап уртаһына ултыртыуын хәтерләйем. Беҙҙең ауыл икмәге ҡаланыҡынан айырыла, әлбиттә. Сере ҡул менән эшләүебеҙҙә генә түгел, ә ҙур утын мейесендәлер. Ҡалала газ йәки электр мейестәрендә бешерәләр. Әлбиттә, был процесс тиҙ һәм таҙа. Ләкин бындай икмәктә “йән” юҡ. Ә Егәҙе икмәгендә ул бар, сөнки ауыл мейесендә, ҡайын утынын яғып бешерелә. Кирбестәр башта эҫене үҙенә ала, ә һуңынан яйлап ҡына икмәккә бирә. Шуға ла беҙҙә бешерелгәненең үҙенсәлекле тәме лә бар. Тығыҙ ҙа, ыуалып бармай. Һәм үҙенең дөрөҫ әселеге - был ҡамыр әсеткеһенең эше. Икмәк башын кистән ҡуябыҙ. Иртән эшкә килеүебеҙгә өлгөрә. 
Меңәрләгән буханка икмәк артынан ҡыумайбыҙ. Беҙҙең өсөн һәр икмәктең тәмле булыуы мөһим. Әле лә уны элекке норма буйынса бешерәбеҙ, ауырлығы ла “һауа” кеүек түгел. Аҡ, бойҙай икмәге - 950 грамм, ә арышы 850 грамм тарта. 
Иртән иртүк эшкә килеп, мейесте яға башлаһаҡ, ябай ғына эш башҡармауыбыҙҙы аңлайбыҙ. Беҙҙең өсөн иң ҙур ҡыуаныс - кемдеңдер икмәк алып: “Рәхмәт. Нәҡ бала саҡтағы кеүек”, - тип әйтеүе. Бына шуның өсөн көн дә мейес яғып, тәмле, хуш еҫле икмәк, икмәк-булка изделиеларын бешерәбеҙ ҙә инде, - ти Людмила Петровна эш нескәлектәренә төшөндөрөп. 
Тырыш ханымдар көн дә ике сортлы икмәк кенә түгел (байрамдарҙа 200-300 буханка ла булып китә), төрлө эслек менән (картуф, кәбеҫтә, дөгө һәм балыҡтан) бөйөрөктәр, “Татыу ғаилә” пирогы, рогаликтар, батондар, "плюшка" һәм "гребешок"тар ҙа бешерә. Ассортимент тулыланыу менән уларҙың эштәре лә артҡан. 
- Йыуаныс килтергән эшең, иң мөһиме, донъялар тыныс булһын, - ти улар.   
16 октябрь - икмәк бешереүселәрҙең хеҙмәтенә һәм иген биргән ергә рәхмәт көнө. Ҡала маркетологтары икмәктәренә яңы исемдәр уйлап тапҡанда, Егәҙелә рецепт тиҫтәләгән йылдар буйы үҙгәрешһеҙ ҡала. Мейес янып торғанда, ауыл да йәшәй, ә икмәктең эҫе, туҡлыҡлы еҫе алыҫҡа тарала, ә ауылдаштарҙы һәм күршеләрҙе бер генә тәм  - өй икмәге тартып тора.

Автор:Эльвира Хамзина