Награда менән балалар тәрбиәләгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм тергеҙеү өсөн шарттар тыуҙырған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙар бүләкләнә. Ир-егеттәрҙең күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыу аҙымы һәм дәүләт наградалары балаларының уҡыуҙа, эштә, спортта һәм ижадта өлгәшкән юғары ҡаҙаныштары кеүек үк өҫтөнлөккә эйә.
15 октябрҙә Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы “Торатау” конгресс-холында “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһының II Республика конкурсына дәғүәселәрен тәбрикләне. Республика конкурсына илдә иғлан ителгән Атайҙар көнө алдынан йомғаҡ яһалды.
Конкурс яңы ғына барлыҡҡа килеүенә ҡарамаҫтан, унда ҡатнашырға теләүселәр байтаҡ. Республиканың 47 районынан 184 ғариза килгән. Шулар араһынан 27 ир-уҙаманы һайлап алынды. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Уларҙың һәр береһе үҙ тармағында абруйлы. Әммә конкурсты ойоштороусылар өсөн иң мөһим сифат - ул атай абруйы. Йәмғиәттә ирҙәр дәрәжәһен күтәреү, киләсәк быуынды тәрбиәләүгә күберәк атай тәжрибәһен йәлеп итеү тәү маҡсат. Сөнки һуңғы йылдарҙа был төшөнсәләр артҡы һыҙыҡта ҡала бара, ти ойоштороусылар.
Бүләкләнеүселәр араһында яҡташыбыҙ, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзин да бар. Улдары Асҡар һәм Эрнст үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫһа ла, Хәлил Ғәббәс улы был конкурсҡа тәүгеләрҙән булып ҡатнашырға теләк белдергән. Атайҙарға баһаны тап улдарына ҡарап бирергә мөмкин, тип иҫәпләй награда алыусы. Ағалы-ҡустылы Хәмзиндар илдә танылған рапирасылар. Донъя кубогы этабы еңеүсеһе, Рәсәй чемпионы - Асҡар, Европа вице-чемпионы, Рәсәй чемпионаты призеры, Ырымбур өлкәһенең Фехтование федерацияһы президенты Эрнст әлеге көндә тренерлыҡ эше менән шөғөлләнә. Спорт мастерҙарының ата-әсәһе сәнғәт кешеләре булыуға ҡарамаҫтан, малайҙарҙың профессиональ спортты һайлауҙары аталарының хәстәрлеге.