-6 °С
Болотло
«Ҡыш көнө автомобилгә идара иткәндә бик һаҡ булырға кәрәк. Киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, арауыҡты һаҡларға, тиҙлекте арттырмаҫҡа. Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереү мотлаҡ», — тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡала урамдарында ла, федераль, республика автомобиль юлдарында ла көсәйтелгән режимда эшләй. Кәрәк осраҡта Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығының дежур бүлегенә (235-84-02, 233-27-31), Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығының ЮХХДИ бүлегенең дежур бүлегенә (237-84-80, 237-02-02) шылтыратырға кәрәк.