Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
4 Июль 2022, 14:18

Нәҫел ебе - шәжәрә

Йәй – осрашыу-аралашыуҙар өсөн уғата йәпле осор.

Нәҫел ебе - шәжәрә
Нәҫел ебе - шәжәрә

  2 июлдә Шығай ауылында бер тамырҙан таралған зат-зәүерҙең – Ғәлекәевтар нәҫеленең Шәжәрә байрамы уҙҙы. Нәҫел-нәсәпте барлау, бер-берең менән күрешеү-аралашыу, хәтирәләр менән бүлешеү, балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе таныштырыу маҡсатында, Алмас шишмәһе янында ойошторолған күркәм сараға республикабыҙҙың төрлө тарафтарына таралған бихисап туғандар йыйылды. Татлы осрашыу минуттары, хәтирәләр, йөкмәткеле концерт номерҙары, ҡыҙыҡлы уйындар, иҫтәлекле бүләктәр, фотокүргәҙмә, һый-ниғмәтле мул табын артында йәнле гәпләшеүҙәр һәммәһенең күңеленә хуш килде.

Байрам тураһында тулыраҡ гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырға мөмкин.

 

 

 

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: