Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Июль 2022, 10:53

Уртаҡ бәхет

8 июль Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Хәҙер инде рәсми рәүештә теркәлгән был байрам ғаилә нигеҙен тәшкил иткән мәңгелек ҡиммәттәрҙе - мөхәббәт һәм тоғролоҡто данлай. Ҡыйын мәлдәрҙә күптәр бары тик үҙ ғаиләһенә генә ышана, уларҙың ярҙамына, аңлауына өмөтләнә. Айырыуса хеҙмәт ҡушыуы буйынса тормоштоң кире яҡтарын күрергә мәжбүр булғандар өсөн ғаилә мөһим урында тора. Ауыр эш көнөнән һуң үҙеңде асыҡ йөҙ, ҡайнар аш менән ҡаршы алған яҡындарыңдың булыуы йәшәү һуты менән тулыландыра, хеҙмәтеңде артабан дауам итергә көс-ҡеүәт бирә. Тап шундай фекерҙә район буйынса эске эштәр бүлеге патруль-пост хеҙмәтенең мобиль взвод инспекторы, өлкән лейтенант Ғаяз Аллаяров та.

Уртаҡ бәхет
Уртаҡ бәхет

Был хеҙмәттә 2003 йылдан бирле эшләп, байтаҡ уңыштарға ирешкән ул: Рәсәй Эске эштәр министрлығының I, II, III дәрәжә “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары, бихисап Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән; әлеге мәлдә уның исеме Полиция бүлегенең Почет таҡтаһына индерелгән.

Әйткәндәй, ҡатыны Гүзәл менән дә Ғаяз Әхәт улы һөнәре арҡылы танышҡан. “2004 йылдың яҙы ине. Паркта дежур иткән саҡта һылыу ҡыҙҙы осратып, тәү ҡараштан уҡ ғашиҡ булдым”, - ти күҙҙәрен осҡонландырып әңгәмәсем. Бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, йәштәр өйләнешергә ҡарар ҡыла. Һәм бына 17 йыл инде бер ғаилә булып, балалар үҫтереп, бәхетле ғүмер итә улар.

Гүзәл Сәлимйән ҡыҙының әйтеүенсә, йылдар уҙған һайын икәү аралағы мөнәсәбәттәр нығына ғына бара, бер-береңә ҡарата ҡәҙер-хөрмәт, иғтибар ҙа артҡандан-арта. “Ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, үҙ-ара аңлашып, килешеп, бер-береңә йылмайып, игелекле булып йәшәр кәрәк. Тап шул саҡта ғына ғаилә ырыҫ-бәрәкәткә тейенә”, - ти Аллаяровтар. Татыу ғаиләлә Алина, Элина һәм Мәрйәм исемле өс ҡыҙ бала донъяға килгән.

- Ҡыҙҙарыбыҙға һәр йәһәттән үрнәк булып, яуаплылыҡ, ярҙамсыллыҡ, тәүфиҡлылыҡ кеүек күркәм сифаттар тәрбиәләргә тырышабыҙ. Спортҡа ылыҡтырып, сәләмәт йәшәү рәүешен дә пропагандалайбыҙ, - ти Ғаяз Әхәт улы.

Хәйер, атай-әсәйгә ғорурланырға урын бар. Алина музыкаль мәктәпте ҡыҙыл дипломға тамамлаған, биатлон менән шөғөлләнә. Элина ла апайынан һис ҡалышмай: тырышып уҡый, ҡаяға үрмәләү буйынса спорт секцияһына йөрөй. Кескәй Мәрйәм дә барыһын ҡыуандырып тупылдап үҫеп килә. Гүзәл әле бәләкәс ҡыҙҙары менән декрет ялында, ә уға тиклем балалар баҡсаһында педагог булып эшләгән. Тынғыһыҙ эш, төнгө нәүбәттәр арҡаһында ғаиләһенә етерлек ваҡыт бүлә алмауына ғына бошона ир аҫылы.

Күптән түгел ишле ғаилә үҙ йортон төҙөп ингән, хатта үҙҙәренең ҙур булмаған шәхси хужалыҡтары ла бар. Йәнә шул, байрамдарҙа бер табын артына йыйылыу был ғаиләлә изге йолаға әйләнгән. Эш-көштән бушаған арала яҡындарының хәл-әхүәлен белешергә лә форсат таба Аллаяровтар. Сөнки тап туғандар араһында ғына ғаилә ҡиммәттәре һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырыла, ти, улар.

- Ғаиләбеҙҙә татыулыҡ һәм мөхәббәт хакимлыҡ итә. Был матур байрам да бер-беребеҙҙе ҡосаҡлап, йылы тойғоларыбыҙҙы белдерергә яҡшы сәбәп кенә, - ти Гүзәл Сәлимйән ҡыҙы бәхетле йылмайып.

Гүзәл ДРОНОВА,

райондың эске эштәр бүлеге.

Автор:
Читайте нас: