Йомшарған аҡ майҙы шәкәр ҡомо менән туҡып, йомортҡа, ҡаймаҡ ҡушырға һәм яҡшылап болғарға.
Әҙ-әҙләп он, тоҙ һәм ҡабартҡыс һалып, ҡалаҡ менән болғарға. Ҡалған ондо өҫтәп, ҡул менән ҡамыр баҫырға һәм пленкаға төрөп, 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйырға.
Эслек өсөн ҡаймаҡ, крахмал, йомортҡа, шәкәр ҡомон яҡшылап туҡырға. Таба төбөнә (28-30 см диаметрлы, 3-4 см бейеклектәге) пергамент түшәп, ҡамырҙы йәйеп һалырға, ситтәрен әүәләргә. Өҫтөнә ҡаймаҡлы иҙмәне ҡойоп, емештәрҙе һалырға. Сейәле татлы бәлеште 180-190 градусҡа тиклем ҡыҙынған мейестә 50-60 минут бешерергә.
Иҫкәрмә: мейестән яңы ғына сыҡҡан бәлеште шунда уҡ киҫә башламағыҙ, тулыһынса һыуынғанын көтөгөҙ. Тәмлерәк булһын өсөн һуңынан һыуытҡыста тотоп алырға мөмкин. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: www.russianfood.com