Шәкәрҙе йылы һыуҙа иретеп, ҡоро сүпрә өҫтәргә. Иләнгән онға йомшарған май киҫәктәрен, тоҙ һалып, ҡул менән ыуырға. Әҙер массаның уртаһынан уйым яһап, сүпрәне ҡойорға һәм йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫырға. Ҡамырҙан йомғаҡ әүәләп, пленка менән ҡапларға һәм 30 минутҡа ситкә алып торорға.
Эслеккә тәғәйен кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турап, ҡамыр баҫҡан кеүек ҡул менән иҙгеләргә. Өҫтөнә ҡырғыс аша үткәрелгән кишер ҡушып, тәменсә тоҙ, шыйыҡ май өҫтәп, яҡшылап болғарға.
Ҡалҡҡан ҡамырҙы тигеҙ булмаған ике өлөшкә бүлергә. Ҙурын йәйеп, майланған табаға һалырға. Өҫтөнә эслекте һалғас, ҡамырҙың икенсе өлөшө менән ҡаплап, 30 минут тирәһенә 180 градусҡаса ҡыҙынған мейескә ҡуйырға.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
Фото: mykaleidoscope.ru