Мәхмүт мәктәбе директоры Сәлим Асҡаров әсә булыу бәхетенә эйә булған барлыҡ гүзәл заттарҙы ла байрамдары менән ҡотлап, залдағыларға сәләмәтлек, бәхет, уңыштар теләне.
Мәхмүттәргә уҡыусыларҙың “Батмус”, “Себештәр”, “Ҡумыҙ”, “Аҡ сәскәләр”, “Лебедушки” һәм башҡа бейеүҙәре бүләк булһа, Аделина һәм Зилә Хилаевалар, Яна Плужникова, Виктория Сысоева, Алина Йылҡыбаева, Нәзифә Абдрахманова, Гүзәл Баййегетова, Алмаз Исмәғилевтең әсәйҙәр тураһында шиғырҙары күңелгә үтеп инде. Мәҙәниәт йорто мөдире Гөлназ Сәғәҙәтованың, Мәхмүт мәктәбе уҡытыусыһы Әнисә Атауллинаның йырҙары барыһына ла хуш килде. Матур байрам концерты һуңынан барлыҡ уҡыусылар ҙа ғәзиз кешеләренә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы.