Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
26 Ғинуар , 14:55

"Атай, әсәй мин - спорт һөйөүсе ғаилә"

Ғаилә йылына арнап, Рысыҡай мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан "Атай, әсәй, мин - спорт һөйөүсе ғаилә" тип аталған спорт сараһы ойошторолдо.

"Атай, әсәй мин - спорт һөйөүсе ғаилә"
"Атай, әсәй мин - спорт һөйөүсе ғаилә"

Һис шикһеҙ, сәләмәтлеккә бала саҡтан нигеҙ һалына. Ә баланың һәр яҡлап үҫеше, сәләмәт йәшәү рәүеше  ғаиләнән башлана. Балаларҙы кескәй саҡтан һаулыҡты һаҡларға, спортты һөйөргә өйрәтеү - һәр атай-әсәйҙең бурысы.
Спорт сараһында ғаиләләр етеҙлектә, тигеҙлектә, сослоҡта көс һынашты. Балалар атай-әсәйҙәре менән төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Ҡыҙыу, сәмле барған ярышта һәр ғаилә күңелле ял итте, оҫталыҡтарын күрһәтте. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, I урынды Хәлитуллиндар ғаиләһе яуланы. Сарала ҡатнашҡандарға Дипломдар тапшырылды.

Шулай берҙәмлектә, татыулыҡта йәшәп, һау-сәләмәт балалар үҫтерәйек, киләсәкте бергә тәрбиәләйек, ныҡлы ғаиләләр булдырайыҡ. Спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барыу һәр беребеҙҙең ҡулынан килә!

Айгөл МИНҺАЖЕТДИНОВА.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: