Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
2 Февраль , 16:20

Ғаилә йылына старт бирелде

Бөгөн Сосновка күп тармаҡлы ауыл клубында Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Ғаилә йылын асыу тантанаһы уҙҙы.

Ғаилә йылына старт бирелде
Ғаилә йылына старт бирелде

Сараға йыйылыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡтар - район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ольга Берко, район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Минһажетдинова, “Ғаилә” көнсығыш район-ара үҙәге директоры Юлия Казанцева тәбрикләне.

Үҙ сиратында, Айгөл Айрат ҡыҙы оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер ебен һүткән өлгөлө парҙар - алтын юбилейҙарын билдәләгән Фәүнә һәм Шәфҡәт Ишбирҙиндәрҙе, 60 йыл бергә татыу донъя көткән Рәмзиә һәм Кинйәбулат Мөхәмәтйәровтарҙы ҡотлап, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

Республика, төбәк-ара конкурс-фестивалдәрҙә лайыҡлы сығыш яһап, район данын яҡлаған дәртле, берҙәм ғаиләләр ҙә саранан ситтә ҡалманы. 2022 йылда “Өлгөлө ғаилә” республика конкурсында - I, “Ҡомартҡы” республика йәштәр форумында II урын яулаусы Ғәлиуллиндар (Шығай), 2007 йылда “Рәсәй ғаиләһе” фестивале номинацияһы лауреаттары, “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы менән бүләкләнгән Шәғәлиндар (Үткәл), ижади, талантлы ғаиләләр - Серегиндар (Үрге Әүжән), Петровтар (Туҡан) сағыу, дәртле сығыштары менән һөйөндөрҙө.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: