Улар матур донъя көтөүе, ауыл тормошона ғәмһеҙ булмауы һәм тәрбиәле балалар үҫтереүе менән һоҡландыра. Һәр кемгә үрнәк булырлыҡ ғаиләләр ауылыбыҙҙың биҙәге.
"Атай нигеҙе - кешенең көс йыйыр урыны. Ул һәр кем өсөн ғәзиз һәм яҡын", - ти Раян Рамаҙан улы.
Раян Усманов Уҫманғәле ауылында күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә. Мәктәпте тамамлай, ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Белорет металлургия комбинатында эшләй. Әммә тыуған яҡ, атай нигеҙе үҙенә тарта. Ҡайтып Инйәр урман хужалығында эш башлай. Буласаҡ тормош иптәше Гөлназ менән танышып, дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешәләр. Бынан 20 йыл элек яҙмыштарын бер бөтөн иткән Усмановтар бәхет эҙләп ситкә сығып китеүҙе нигеҙен яңыртып, иркен йорт һалып сығалар. Донъя йөгөн тигеҙ тартып, матур итеп йәшәйҙәр. Йорттарын эстән дә, тыштан да сынъяһау итеүгә, ихаталарын төҙөкләндереүгә бар тырышлыҡтарын һалалар. Йорт хужаһының тырышлығы, хужабикәнең уңғанлығы ҡапҡаны асып инеү менән күҙгә ташлана, бар ерҙә тәртип, ихата тулы мал-тыуар.
Әлеге көндә Раян Рамаҙан улы янғын һүндереү участкаһында эшләй. Гөлназ Сәғәҙәт ҡыҙы шәхси эшҡыуар, бөҙрәханала эшләй. Үҙ эшенең оҫтаһы, уңған парикмахерға сәс киҫтереү, буятыуҙы ышанып тапшырған кешеләрҙең иҫәбе-һаны юҡ. "Иң мөһиме - эшеңде яратып, бар күңелеңде һалып башҡарырға, шул саҡта ғына эшеңдең һөҙөмтәһе үҙеңде лә, клиентыңды ла һөйөндөрөр", - ти оҫта.
Ауылда егәрлелектәре, бөтмөрлөктәре, тырыш булыуҙары менән айырылған Усмановтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Азалия Өфө фән һәм технологиялар университетының II курс студенты, улдары Арыҫлан IX класты тамамлай. Спорт менән дуҫ үҫмер Инйәрҙең хоккей командаһында уйнай. Әлзира III класта уҡый, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. Улар ҙа ата-әсәләре өлгөһөндә хеҙмәт һөйөп, буй еткерә.
Был ғаилә ауылда үткәрелгән бөтәсараларҙа ла актив ҡатнаша. Раян гармунда уйнай, Гөлназ йырлай. Ошондай уңған ғаиләләр булғандаауылыбыҙ йәшәр, күркәмлеген юғалтмаҫ.
Мәүлиҙә ЙОСОПОВА, хеҙмәт ветераны.