-7 °С
Ҡар
Ҡаймаҡлы татлы бәлеш
1 ҡап аҡ майҙы 300 грам он менән ыуып, 1 сәй ҡалағы ҡабартҡыс, тоҙ, 1 йомортҡа, 0,5 стакан шәкәр ҡомо һалырға һәм йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға кәрәк. Эслек әҙерләгәнсе ҡамырҙы һыуытҡысҡа һалып тороғоҙ.
Шыйыҡ эслек өсөн 400 гр ҡаймаҡ, 0,5 стакан шәкәр ҡомо, 3 йомортҡа, 1 аш ҡалағы крахмал йә он кәрәгер. Һыуытҡыстан ҡамырҙы алып, формаға йәйеп һалырға һәм өҫтөнә шыйыҡ эслекте ҡойоп, төрлө емеш-еләк менән биҙәргә мөмкин.
Бәлеш 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 40-50 минут самаһы бешә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!