Спатифиллум интерьерға зауыҡ, үҙенсәлекле төҫмөр бирә. Уның донъяла 45 төрө билдәле. Күҙ яуын алып, иғтибарҙы йәлеп итеп торған гөл Бразилия, Колумбия, Венесуэла урмандарында ла осрай.
Спатифуллум әллә ни наҙлы үҫемлек түгел, тәрбиәләүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Апрелдән июлгә ҡәҙәр сәскә ата. Тәү сиратта, ул ҡояш яҡтыһын ярата. Яҙғы, йәйге айҙарҙа әйләнә-тирәһендәге мөхиттең тепмератураһы 18-22 градус булһа, ҡышын 10 градустан да түбән булмаҫҡа тейеш (яҡынса 16-18 градус). Һыуҙы ере 1-1,5 см тәрәнлеккә тиклем кипкәс ҡоялар; ҡышын һыу һибеүҙе кәметеү зарур, әммә көршәктәге ер тулыһынса кипмәһен.
Бүлмәлә һауа мөмкин тиклем дымлы булырға тейеш, гөл ултырған көршәкте еүеш керамзитҡа ултыртығыҙ.
Гөл матур булып үҫһен тиһәгеҙ, даими рәүештә һыу бөркөп тороғоҙ. Тик бөрөләре барлыҡҡа килһә, уларға һыу тейҙермәҫкә тырышығыҙ.
Вегетация мәлендә үҫемлекте аҙнаһына бер тапҡыр минераль ашлама менән туҡландырыу зарур. Ҡышҡы осорҙа айына бер туҡландырыу ҙа етә.