Мунсаның организм өсөн файҙаһы:
- даими рәүештә мунсаға йөрөү организмдың һалҡын тейеүгә ҡаршы тороу һәләтен арттыра;
- мунса процедуралары ваҡытында тир биҙҙәре айырыуса әүҙем - был организмдан матдәләр алмашыныуының насар продукттарын сығарыуҙы стимуллаштыра;
- сәләмәт кеше өсөн мунсаға йөрөү оторо файҙалы, сөнки бында үпкә һәм йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы айырата көсөргәнешле эшләй, был иһә улар өсөн үҙенсәлекле күнекмә булып тора. Үпкә вентеляцияһы күләме көсәйеү арҡылы бәғзе бер үпкә ауырыуҙары менән сирләгән пациенттар үҙҙәрен яҡшы тойоуы ихтимал;
- мунса арыу-талсығыуҙан ҡотолорға, мускулдарҙы яҙырға ярҙам итә;
- һыу процедуралары мәлендә эмоциональ көсөргәнеш, стресс кәмей;
- мунса быуындар ауырыуҙарының киҫкенләшеүенә ҡаршы яҡшы профилактик сара;
- организмда матдәләр, һыу-тоҙ алмашыныуына, витаминдар, туҡыма гормондары, ферменттар барлыҡҡа килеүенә ыңғай йоғонто яһай.
Мунсала һауа температураһы ниндәй булырға тейеш? 100 градуста сабыныусылар дөрөҫ эшләйме?
Сабыныу өсөн тәғәйен бүлмәнең температураһын 50-70 градустан арттырмау хәйерле, ти, белгестәр. Тын алыуы еңел булһын, эҫе быу тире һәм танау тиресәһен яндырмаһын.
Әйткәндәй, мунсаның әле нығынып бөтмәгән йәш организм өсөн хәүефле булыуы тураһында оноторға ярамай. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: ике йәшкә тиклемге балаларҙы мунсаға йөрөтөү ҡурҡыныс, ти, табиптар, сөнки бала организмындағы терморегуляция процестары камил түгел. Шуға ла педиатр менән кәңәшләшмәйенсә бәләкәсегеҙҙе мунсаға алып барырға ашыҡмағыҙ.
Ғөмүмән алғанда, балаларҙы артыҡ эҫенеп өлгөрмәгән йә тандыр мунсаға ғына йөрөтөү зарур. Эләүкәләге температура 55 градус менән сикләнергә тейеш.
Сабыныу бүлмәһендә 2-3 минут булғандан һуң, йылы һыу менән ҡойондороп, сәй эсереп йә ял иттереп алығыҙ. Ә бына һалҡын бассейнға төшөрөү йә ҡар менән ышҡыныу кеүек экстремаль сынығыуға бала организмы әҙер түгел!