Сараға килеүселәрҙе сәләмләп, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта изге теләктәрен, тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
- Ғаилә - һәр кемебеҙ өсөн иң ҡәҙерле төшөнсә. Атайлы, әсәйле сәғәҙәтле осор - бала саҡ хәтирәләре барыбыҙҙы ла ғүмер буйы оҙата килә. Иҙел башында ла оҙаҡ йылдар ҡулға-ҡул тотоношоп, ғаилә ҡиммәттәрен һанлап йәшәгән бәхетле парҙар бихисап. Уларҙың күркәм тормошо, ныҡлы нигеҙе бөгөн ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә ашыҡмаған йәштәргә үрнәк булһын ине, - тине етәксе.
Райондың бәҫен арттырған, илде күтәрерҙәй аҡыллы, иманлы балалар тәрбиәләгән ғаилә парҙарын тәбрикләү тантанаһы иһә сараның иң тулҡынландырғыс, көтөп алынған өлөшө булды.
Байтаҡ йылдар медицина өлкәһендә фиҙаҡәр хеҙмәт иткән, һәр йәһәттән өлгөлө пар - Нәйлә һәм Виктор Моториндар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнөң символы - бер яғында Петр һәм Феврония, икенсе яғында ромашка һүрәтләнгән миҙал менән бүләкләнде. 39 йыл бергә ғүмер кисергән Моториндарҙың бәхет сере - бер-береһен ишетә, тыңлай, аңлай белеүҙә.
Алтын туйҙарын билдәләгән ғаиләләргә Андрей Иванович Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың иҫтәлекле бүләктәрен, ҡотлау хаттарын тапшырҙы. Хәмиә һәм Ишбулды Камалетдиновтар, Сара һәм Риф Ғәлиасҡаровтар, Тәзкирә һәм Мостафа Харисовтар, Флүрә һәм Рәшит Шәйәхмәтовтар, Флида һәм Ноэль Таһировтар, Лүзә һәм Наил Ғәбдрәхимовтар, Әлфиә һәм Виллур Дәүләтовтар, Валентина һәм Николай Лоскутовтар, Любовь һәм Вадим Киселевтар, Тамара һәм Александр Кондаковтар, Лидия һәм Виктор Калугиндар, Валентина һәм Николай Кожиндар, Антонина һәм Вячеслав Салиевтар, Зоя һәм Петр Ефимовтар, Мария һәм Иван Бегашевтар, Валентина һәм Вячеслав Кузьминдар, Татьяна һәм Виктор Бородулькиндар, Валентина һәм Александр Дахтиндар, Ольга һәм Сергей Суроваткиндар, Людмила һәм Николай Беляевтар, Татьяна һәм Владимир Яковлевтар, Людмила һәм Василий Козловтар, Мария һәм Петр Козловтар, Валентина һәм Владимир Крупченколар, Валентина һәм Анатолий Садовщиковтар, Людмила һәм Иван Сарычевтар, Людмила һәм Виталий Желниндар, Наталья һәм Николай Дмитриевтар ярты быуатлыҡ ғаилә йылъяҙмаһын артабан да бәхетле мәлдәр менән генә тулыландырыр.
Ҡала Мәҙәниәт һарайы артистарының, ижади коллективтарының сағыу сығыштары менән үрелеп барған байрам, мөхәббәт вә тоғролоҡҡа мәҙхиә булып, күңелдәрҙе нурға, моңға сорнаны.