Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
11 Июль , 13:14

Уларҙы хеҙмәт һәм мөхәббәт берләштерә

Ғәҙәттә, күп парҙар хеҙмәт урынында таныша. Был осраҡлы ла түгел, сөнки беҙ күп ваҡытыбыҙҙы эштә уҙғарабыҙ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегендә лә ирле-ҡатынлы хеҙмәткәрҙәр бихисап. Бында бер нисә полиция династияһы хеҙмәт итә. Шулай уҡ күп кенә хоҡуҡ һаҡсыларын туғанлыҡ мөнәсәбәттәре лә берләштерә.  

Уларҙы хеҙмәт һәм мөхәббәт берләштерә
Уларҙы хеҙмәт һәм мөхәббәт берләштерә

Рәсәй Президенты Указы менән 2024 йыл Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Ғаилә - ул һәр кем өсөн төп терәк, ҡалҡан.

Ғәҙәттә, күп парҙар хеҙмәт урынында таныша. Был осраҡлы ла түгел, сөнки беҙ күп ваҡытыбыҙҙы эштә уҙғарабыҙ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлегендә лә ирле-ҡатынлы хеҙмәткәрҙәр бихисап. Бында бер нисә полиция династияһы хеҙмәт итә. Шулай уҡ күп кенә хоҡуҡ һаҡсыларын туғанлыҡ мөнәсәбәттәре лә берләштерә.  

Ғаилә бәхетле булһын өсөн ир һәм ҡатындың төрлө өлкәлә эшләүе мөһим тигән фекер йәшәп килә. Был ҡалыплашҡан ҡарашты район эске эштәр бүлегендә танышып-ҡауышҡан, ныҡлы нигеҙ ҡорған ун биш пар инҡар итә. Погонлы ғаиләләр араһында күп балалылар ҙа юҡ түгел.

Күпселек полиция хеҙмәткәрҙәренең бергә тормош ҡороп йәшәүҙәренә тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Мәҫәлән, миграция мәсьәләләре буйынса бүлек инспекторы Азалия һәм патруль-пост хеҙмәтенең айырым ротаһы полицейскийы Камил Байегетовтарҙың бергә йәшәүҙәренә икенсе йыл 30 йыл тула. Ә иң йәш пар - административ ҡануниәтте үтәү төркөмө инспекторы Евгения менән участка уполномоченныйы Альберт Камалетдиновтарҙың ғаиләһе күптән түгел - 1 июндә генә барлыҡҡа килгән.      

 8 июлдә билдәләнгән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Тимур Сәйетгәрәев туғанлыҡ мөнәсәбәттәре берләштергән хеҙмәттәштәрен байрам менән ҡотланы.   

- Бөгөн беҙ 15 йыл бер ғаилә булып йәшәгән татыу парҙарҙы - Рәзинә һәм Линар Сәйәховтарҙы, Гөлфирә һәм Азат Абдуллиндарҙы тәбрикләйбеҙ. Төрлө бүлектәрҙә хеҙмәт итһәгеҙ ҙә, һеҙ дөйөм бурысты башҡараһығыҙ. Ике кешегә бер һөнәр - ир менән ҡатын араһында үҙ-ара аңлашыуҙың нигеҙе, тип ышанам. Ғаиләләрегеҙҙә мөхәббәт һәм ихтирам хөкөм ҡылһын. Аҡыллы балалар тәрбиәләп, бәхетле ғүмер итегеҙ! - тине Тимур Ғәйсәр улы парҙарға бүләк тапшырып.   

Эйе, бер ғаилә булып йәшәү - иң яуаплы йөкләмәләрҙең береһе. Иң мөһиме, бер-береңде аңлау, бер-береңә терәк-таяныс булыу.

Гүзәл ДРОНОВА,

райондың эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: