Ауылға йәм биреп ултырған социаль-мәҙәни үҙәк янында башҡортҡа хас киң күңеллелек, ихласлыҡ менән ҡаршыланы ҡунаҡтарын исмаҡайҙар. Рәсәйҙең, Башҡортостан Республикаһының халыҡ һәм атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Түңгәүер ырыуы Советы рәйесе Хөрмәтулла Үтәшев, төбәк Милли архивының бүлек начальнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Азат Ярмуллин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ольга Берко, район мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Ольга Овчинникова, Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы Владислав Витушкин, Исмаҡай ауылының Түңгәүер ырыуы Советы рәйесе Хафиз Иҙрисов һәм башҡалар иң элек социаль-мәҙәни үҙәктә урынлашҡан белем усағына рәхим ҡылды. Уларҙы уҡыусылар, мәктәп коллективы оло ихтирам менән ҡаршы алды. Яныбай Хамматовтың музей рәүешендә эшләнгән ижад бүлмәһе, китапханала һаҡланған тарихи сығанаҡтар, уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, ауыл уңғандарының зауыҡлы ҡул эштәре ҡунаҡтарҙа айырата ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Был көндөң йәнә бер мөһим ваҡиғаһы - 2022 йылдың 6 мартында махсус хәрби операцияла һәләк булған, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған ҡыйыу ир-аҙамат - Денис Сафиндың хөрмәтенә мәктәптә Герой партаһы асылды. Иҫтәлекле сарала һалдаттың ата-әсәһе Лилиә һәм Фәнил Сафиндар, яҡындары ҡатнашты.
Ҡаһарман яугирҙар, золом ҡорбандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре тураһында хәтерҙе мәңгеләштергән стелаға, Бейекморон тауы итәгендә урынлашҡан Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары обелискыһына сәскәләр һалғандан һуң, ҡунаҡтар байрамдың төп өлөшө уҙған сәхрәгә - Һарыбай яланына юлланды.
Исмаҡай ауылына нигеҙ һалыныуҙың - 300, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, үлемһеҙ романдар авторы Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына ярашлы ойошторолған тантаналы сара ҡала Мәҙәниәт һарайының “Ирәмәл” башҡорт театры (режиссеры Гөлнара Ғилманова), Исмаҡай ауыл клубының үҙешмәкәр артистары ҡуйған театрлаштырылған пролог менән асылды. Алтын сығарған халыҡ булараҡ тарихҡа ингән ошо төйәк кешеләренең йәшәү рәүешен, көнкүрешен, кәсеп-һөнәрҙәрен, ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙ алдына баҫтырған сағыу тамаша бөтөнлөгө, йөкмәткелеге менән һоҡландырҙы.
Дәррәү сәхнәгә күтәрелгән мөхтәрәм ҡунаҡтарҙың тәбрик һүҙҙәрен, изге теләктәрен ихлас ҡабул ҡылды ауылдаштар.
- Бөгөн Исмаҡай ауылы халҡы өсөн айырата тулҡынландырғыс көн. Райондың эшсән, тырыш кешеләре менән дан алған иң күркәм ауылдарының береһе үҙенең өс быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Был байрам көнөндә исмаҡайҙарға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләйем. Бынан ары ла үҙ-ара аңлашып, килешеп йәшәйек, - тине үҙ сығышында Үрге Әүжән ауыл хакимиәте башлығы Владислав Витушкин.
Етәксе ауыл тормошонда, йәмәғәт эштәрендә ҙур әүҙемлек, ярҙам күрһәткән фиҙаҡәрҙәргә - аталы-ҡыҙлы Олеся һәм Хафиз Иҙрисовтарға, Әмир Хөснөтдиновҡа, Ғәфифә Хитауллинаға Үрге Әүжән ауылы хакимиәте исеменән Рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы.
Баш ҡаланан килгән билдәле ҡунаҡтар урындағы халыҡтың көнитмеше, ихласлығы, ауылдың төҙөклөгө, тәбиғәтенең хозурлығы менән һоҡланыуҙарын белдерҙе. Театр сәнғәте йондоҙо, мәшһүр актер Хөрмәтулла Үтәшев ауыл мәктәбе коллективын һигеҙ томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” менән һөйөндөрһә, таныулы журналист, тарихсы Азат Ярмуллин белем усағына борон ырыуҙарыбыҙ төйәк иткән Башҡорт ерҙәре картаһын һәм китаптар бүләк итте. Үҙҙәренә йөкмәтелгән йәнә бер изге бурысты ла оло кинәнес менән атҡарҙылар - Исмаҡай ауылының ихтирамлы, абруйлы ир-уҙаманы Хафиз Мөжәүир улы Иҙрисовҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының мәртәбәле наградаһын - “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалын һәм Башҡортостан Республикаһы Түңгәүер ырыуы Советының Рәхмәт хатын тапшырҙылар.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы Ольга Берко йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, ауыл тормошона тос өлөш индергән исмаҡайҙарҙы - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зифа Ҡужакованы, китапханасы Наилә Шакированы, ауыл мәктәбе директоры Ришат Йосоповты, ауыл клубы мөдире Регина Ҡужакованы, ауыл имам-хатибы Закир Йосоповты, махсус хәрби операция яугирҙары Руслан Хажиәхмәтов менән Азат Мөхәмәтдиновты, күп балалы ғаилә Лилиә һәм Фәнил Сафиндарҙы, Нижневартовск проект институтының генераль директоры Кәримә Бәҙретдинованы, Межгорье ҡалаһында ғүмер кисергән Фәтих Фәтҡуллинды, үҙмәшғүлдәр Денис һәм Динар Ишбулатовтарҙы, шәхси эшҡыуарҙар Радим Низамов, Харис Хитауллин, Даян Сөнәғәтов, Рәсүл Иманов, Ләлә Хәйбуллинаны, сәнәғәт альпинисы Иван Пусташенскийҙы, хужабикә Рина Ишбулатованы, иретеп йәбештереүсе Рәсих Ишморатовты муниципаль район Советының Почет грамоталары менән бүләкләне.
Эйе, Исмаҡай ауылы элек-электән үҙенең эшһѳйәр, донъясыл, заман менән бергә атлаған халҡы менән дан тота. Төҙөк, матур өйҙәр, ихаталар, кәртә тулы ҡош-ҡорт, мал-тыуар, йәшелсә-емеш өлгөргән ҡараулы баҡсалар. Әлбиттә, йөмлә йорт йыйылған сарала иң-иңдәрҙе билдәләп, баһалап китмәү яҙыҡ булыр ине. Шулай итеп, “Иң күркәм йорт” номинацияһында - Зифа Ҡужакова, “Иң йәмле баҡса” номинацияһында - Фроза Әмирова, “Иң актив ғаилә” номинацияһында Гүзәл Ишбулатованың ҙур ғаиләһе еңеүсе тип нарыҡланды. Бынан тыш, Усман Ишморатов - “Иң йәш бала”, Айзилә Ҡужакова - “Иң йәш гражданин”, Рәхит Хәлитов - “Иң оло кеше”, Рәмзиә һәм Иштимер Солтановтар - “Иң оло пар”, Альбина һәм Рамаҙан Ноғайғоловтар - “Иң йәш пар”, Ләйсән һәм Наил Сафиндар - “Күп балалы ғаилә”, Рания һәм Азат Мөхәмәтдиновтар “Иң күп мал тотоусы” булараҡ билдәләнеп, иҫтәлекле бүләктәр, Грамота алыуға өлгәштеләр.
Райондың үҙешмәкәр артистары, ижади коллективтары ла ситтә ҡалманы байрамдан. Асы ауыл мәҙәниәт йортоноң “Еңгәләр” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Йәмилә Сәлимйәнова), Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Зилә Хажина), ҡала Мәҙәниәт һарайы хореографы Розалия Ғәйфуллина етәкселегендәге бейеү коллективы, Үрге Әүжән ауыл мәҙәниәт йортоноң “Печки-лавочки” рус йыры ансамбле (етәксеһе Гүзәл Серегина) сығыштары, Владимир Серегин, Алексей Кондратьев, Гөләйшә Мөхәмәтшина башҡарған дәрте йыр-моңдар, “Байыҡ” балалар телевизион конкурсының II дәрәжә лауреаты Айгизәр Янбаевтың “Һунарсы” бейеүе, Ҡаһармандан Лариса Ҡужәхмәтованың ҡумыҙ моңо һәммәһенең дә күңеленә хуш килде. Исмаҡай ауыл клубының һәүәҫкәр артистары дауам иткән байрам концертын да ауылдаштар яратып ҡараны.
Мәтрүшкә, еләк еҫтәрен бөрккән иркен сәхрәлә төрлө спорт ярыштары, милли уйындар гөрләне. Йәш-елкенсәк туп һуҡһа, гер күтәрһә, бала-саға арҡан тартышты, кем уҙарҙан таҫыллыҡты, сослоҡто һынаған уйындарҙа ҡатнашты.
Башҡорттоң көнкүрешен, милли-мәҙәни үҙенсәлектәрен сағылдырған күркәм тирмә янындағы оло ҡаҙандар ҡырынан да кеше өҙөлмәне. Тәмле аш, былау әҙерләгән Исмаҡай балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Дилара Мөхәмәҙиева, уңған хужабикә Фәнзирә Бабурәхимова һәммәһен дә асыҡ йөҙ менән ҡаршылап, самауырлы табынға әйҙүкләп торҙо.
Бына шулай, яҡын араларҙан ғына түгел, Башҡортостандың, Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан, хатта Үзбәкстан Республикаһынан тыуған төйәгенә атлыҡҡан ҡан-ҡәрҙәштәрен, ҡунаҡтарын сикһеҙ хөрмәт, ихласлыҡ менән ҡаршы алды исмаҡайҙар. Ғәзиз ерҙең йәнде имләр һауаһын һулап, һыуын тәмләп, нәҫел тамырҙарынан көс- ҡеүәт алып, осрашыуҙан ифрат ҡәнәғәт ҡалды ауылдаштар.