Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
10 Октябрь , 15:49

Быуын-ара бәйләнеште нығытып

Ололарҙы ололау - яҡшылыҡтың билдәһе, ти, халыҡ аҡылы. Эйе, кесе йәштән өлкәндәргә ихтирам-хөрмәт күрһәткән, илтифат иткән баланың киләсәктә әхлаҡлы, игелекле кеше булырына шик юҡ. Абҙаҡ ауылы мәктәбендә лә быуын-ара бәйләнештәрҙе нығытыу арҡылы уҡыусыларға әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатҡа ярашлы алып барыла.

Быуын-ара бәйләнеште нығытып
Быуын-ара бәйләнеште нығытып

Октябрҙең тәүге көнөндә уҙған Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы, мәҫәлән, белем усағында төрлө саралар ойошторолдо. Өлкән кластар дәррәү генә “Изгелек ҡыл” акцияһына ҡушылып, өләсәй-олатайҙарына хужалыҡ эштәрендә ярҙам итһә, бәләкәстәр иһә ҡәҙерле кешеләрен үҙҙәре эшләгән асылмалар, бүләктәр менән ҡыуандырҙы.

I “а” класы уҡыусылары уҡытыусылары Әлфиә Фәйзуллина менән өләсәйҙәрҙе мәктәпкә ҡунаҡҡа саҡырҙы. “Бөтәһенән дә яҡшыраҡ” тип аталған  сара оло быуын кешеләренә ҡарата сикһеҙ хөрмәт һәм яратыу билгеһе булды.

Әлфиә Вил ҡыҙы ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо. Дөрөҫ итеп портфелгә уҡыу кәрәк-яраҡтарын йыйыу, күҙҙәр бәйләнгән килеш ейән-ейәнсәрҙәрҙе таныу, әкиәт һәм мәҡәл-әйтемдәр арҡылы зирәклекте һынау өләсәйҙәргә бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырманы.

Ҡыҙ-малайҙар ҡәҙерлеләрен матур сығыштары, үҙҙәре яһаған бүләктәре менән һөйөндөрҙөләр. Әсәйҙәр әҙерләгән сәй табыны артында күңелле гәпләшеп, ил-йорт яңылыҡтары менән уртаҡлашып, байрамдан бик ҡәнәғәт ҡайтты ололар. Үҙҙәре уҡыған белем усағында өләсәйҙәрен күреүгә балалар ҙа ғәйәт шат булдылар.

Гүзәл БИКҠУЖИНА,

Абҙаҡ мәктәбе китапханасыһы.

Автор:
Читайте нас: