Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
15 Октябрь , 12:12

Улар яҡлауға һәм хәстәргә мохтаж

2024 йыл республикала Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип нарыҡланды. Ошо йәһәттән төбәктә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле граждандарға уңайлы мөхит булдырыу, уларҙы уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу, һауыҡтырыу һәм реабилитациялау мөмкинлектәрен үҙ эсенә алған бихисап саралар ҡаралған.

Улар яҡлауға һәм хәстәргә мохтаж
Улар яҡлауға һәм хәстәргә мохтаж

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимуллина хәбәр итеүенсә, I һәм II төркөм инвалидтары, инвалид балалар сираттан тыш медицина ярҙамы алырға хоҡуҡлы. Өҫтөнлөктәр исемлегендә - медицина учреждениеларын медреабилитация ҡорамалдары, аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн ҡоролмалар менән йыһазландырыу (пандустар, санузелдар, көтөү өсөн уңайлы зоналар). 2024 йылда бының өсөн 6 миллион һум аҡса бүленгән. 2021-2023 йылдарҙа алыҫ райондарҙа йәшәүселәрҙе медицина учреждениеларына килтереү һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен аҙ хәрәкәтсән пациенттарға алып барыу өсөн 352 берәмек автотранспорт һатып алынған.

Льготалы дарыуҙар менән тәьмин итеү хоҡуғы менән 770 мең самаһы кеше файҙалана (304,3 меңе - федераль, 465 меңдән ашыуы республика льготаһына эйә булғандар). 2024 йылдың 1 ғинуарынан ташламаға хоҡуҡлы бер кешене дарыуҙар менән тәьмин итеүгә бюджет 23,7 мең самаһы аҡса бүлә (Волга буйы федераль округы буйынса - 19 мең һум). Уларҙы шулай уҡ "Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология ауырыуҙары менән көрәш" милли проекты линияһы буйынса 22 834 пациент, 14 юғары сығымлы нозологиялар регистрында торған 7068 кеше һәм 642 пациент (шул иҫәптән 298 бала) ала.

Әлеге мәлдә Хөкүмәт льготалыларҙы иҫәпкә алыуҙың берҙәм системаһын күҙ уңында тотҡан закон проектын тәҡдим итә. Бөгөн закон буйынса граждандарҙың ҡайһы бер категориялары торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы. Бындай категорияларға йәш ғаиләләр, ветерандар, инвалидтар инә.

Төбәктә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалары булған ғаиләләргә,  бәлиғ булған инвалидтарға ниндәй түләүҙәр һәм льготалар ҡаралған? 

Реабилитация үҙәктәре

Бөгөнгө көндә Белорет, Нефтекама, Күмертау ҡалаларында - биш, Өфөлә ике реабилитация үҙәге (шул иҫәптән республика ҡалаларында һәм райондарында 18 филиал) эшләй. Квалификациялы ярҙамды инвалид балалар ҙа, шулай уҡ реабилитацияға күрһәтелгән, ләкин инвалид булмаған һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр ҙә алыуы мөмкин.

Быйыл көҙ Өфөлә элекке "Салют" шифаханаһы базаһында тағы бер республика реабилитация һәм белем биреү үҙәген асыу планлаштырыла. Ул ҡунаҡхананы, 192 урынлыҡ коррекция мәктәбен, инвалид балаларға дистанцион белем биреү үҙәген, психологик-педагогик, медицина һәм социаль ярҙамды берләштерәсәк. Яңыртылған бинала махсус конструкциялы ҡоролмалар, төрлө кимәлдәге баҫҡыс таянғыстары, пандустар, бина эсендә уҡыусыларҙың хәрәкәтен тәьмин итеүсе лифттар, йыһазландырылған санузелдар, киң ишектәр, бер кимәлдәге тупһаһыҙ иҙәндәр ҡаралған. Шулай уҡ биләмәлә бассейн эшләйәсәк, ҡышҡы баҡсалар һәм күсмә уйындар өсөн майҙансыҡтар булдырыласаҡ.

 

Реабилитацияға сертификат

Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгәндәргә баланы реабилитациялауға сертификат алырға мөмкин. 2024 йылда сертификат суммаһы 48 мең һумдан ашыу тәшкил итә. 2019 йылдың сентябренән 11 меңгә яҡын ғаилә ошондай хоҡуҡ менән файҙаланған. Сертификатты бер генә үҙәктә ҡулланырға мөмкин, ул дәүләткә ҡарамаған һәм республика территорияһында булырға тейеш. Сертификат арҡылы физкультура, массаж, физиотерапия һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн түләргә була.

 

Реабилитация өсөн техник саралар

Рәсәй Социаль фонды тарафынан инвалид балаларға техник реабилитация саралары бушлай бирелә.

Техник реабилитация сараларын өс ысул менән алырға мөмкин:

- натураль формала, йәғни Социаль фондҡа ғариза яҙып, изделиеның бирелеүен көтөргә;

- электрон сертификат арҡылы техник сараның хаҡын түләү;

- изделиены үҙаллы һатып алып, һуңынан Социаль фонд аша компенсация алырға.

Социаль түләүҙәр һәм компенсациялар өсөн Социаль фондҡа, Күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирергә мөмкин.

Башҡортостанда ла инвалид балаларҙы техник реабилитация саралары менән тәьмин итеү буйынса айырым программа эшләй. Төбәктә түбәндәге техник реабилитация саралары ҡаралған: шәхси спутник датчик-маяҡ, компрессия тибындағы небулайзер, тын алыу тренажеры (дренажлы виброжилет), көнкүреш ҡулланылышындағы кислород концентраторы; өрөлмәле ванна, ванна өсөн һөйәнгесле (һөйәнгесһеҙ), таянғыслы (таянғысһыҙ) ултырғыс; механик ҡулайламалы функциональ карауат, карауат эргәһенә ҡуйылған өҫтәл, телмәр сығанағы булған глюкометр (башланғыс комплект), кохлеар импланттарға тәғәйен FM-системалар.

 

Социаль туризм

Башҡортостанда үҙенсәлекле балалары булған ғаиләләр "Республикала эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү" программаһы сиктәрендә бушлай туристик путевка алыу мөмкинлегенә эйә. Программала шулай уҡ инвалидтарҙы оҙатып йөрөүселәр ҙә ҡатнаша. Ял итеүгә сертификаттар Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенең филиалдарында, шулай уҡ теркәлгән урындағы район-ара "Ғаилә" үҙәктәрендә бирелә. Төбәктең Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылда республикала льготалы категориялы 905 кешене туристик путевкалар менән тәьмин итеү планлаштырыла. Бер социаль тур хаҡы өсөн түләү 12 мең һум тәшкил итә . Әгәр турҙың хаҡы күрһәтелгән сумманан артып китһә, ҡатнашыусы айырманы үҙе өҫтәмә түләй ала. Ярҙамсы программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә туристик хеҙмәттәр алыу өсөн сертификат граждандарҙың Башҡортостан Республикаһы бюджеты средстволары иҫәбенә социаль тур өсөн түләү хоҡуғын раҫлаусы документ булып тора.

 

Инвалидлыҡ буйынса социаль пенсия

Инвалидлыҡ буйынса социаль пенсия Дәүләт мәғлүмәт системаһындағы мәғлүмәттәр нигеҙендә ғаризаһыҙ тәғәйенләнә. Социаль пенсияның күләме инвалид балаға һәм 1-се төркөм инвалидына айына - 21 223,73 һум, 2-се төркөм инвалидына - 17 686,69 һум, 3-сө төркөм инвалидына 7 516,87 һум тәшкил итә.  Пенсияны бала үҙе йәки башҡа законлы вәкил алырға хоҡуҡлы. Пенсия суммаһы айырым номиналь иҫәпкә күсерелә, уны өлкән кеше асырға тейеш. 14 йәштән бала үҙенә билдәләнгән пенсияны үҙаллы алырға хоҡуҡлы.

 

Айлыҡ аҡсалата түләү (ЕДВ)

Рәсәй Социаль фонды инвалид балаға тейешле ярҙам сараһын ғаризаһыҙ тәғәйенләй. Түләү күләме айына 3 802,78 һум тәшкил итә.

 

Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһы

Инвалилдыҡ буйынса социаль пенсия алғандар түбәндәге социаль хеҙмәттәр ҡаралған:

- дарыуҙар, медицина изделиелары һәм инвалид балалар өсөн махсуслаштырылған дауалау аҙыҡ-түлеге;

- төп сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн шифахана-курорттарҙа дауаланыуға юлламалар;

- ҡала яны тимер юл транспортында, шулай уҡ дауаланыу урынына барып ҡайтыу өсөн ҡала-ара транспортта бушлай йөрөү мөмкинлеге (оҙатып барған кеше өсөн дә юллама һәм юл хаҡы бушлай).

Әйткәндәй, социаль хеҙмәттәр тупланмаһын аҡсалата ла алырға мөмкин. Социаль хеҙмәттәрҙең дөйөм хаҡы - 1 578,50 һум, был сумма айлыҡ аҡсалата түләүгә индерелгән. Әгәр социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының натураль формаһын һайлаһағыҙ, берҙәм социаль түләү кәмей. Социаль хеҙмәттәрҙең береһен йә бер нисәүһен, йә барыһын да һайларға мөмкин. Киләһе йылға социаль хеҙмәттәр алыу тәртибен үҙгәртеү өсөн быйылғы йылдың 1 октябренә тиклем ғариза бирергә кәрәк.

Инвалид бала ҡараған өсөн түләү

Инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләргә, опекундарға 11 500 һум күләмендә айлыҡ түләү тәғәйенләнә.

 

Әсәлек капиталы иҫәбенә тауарҙар һатып алыу

Үҙенсәлекле балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә әсәлек капиталын социаль яраҡлашыу өсөн тәғәйен тауарҙар һәм хеҙмәттәр һатып алыуға йүнәлтергә була (бүтән балағыҙ өсөн алынған таныҡлыҡ арҡылы ла мөмкин). Әсәлек капиталы ярҙамында күҙлек һәм контактлы линзалар, уҡыу машиналары, платформалы баҫҡыс күтәргес, Брайль шрифты менән яҙыу өсөн приборҙар, хәтерҙе һаҡлау саралары, ҡанды анализлау өсөн тәғәйен ҡорамалдар.

 

Страховка стажы

Страховка иғәнәләре иҫәпләнгән эш стажы (алда йәки һуңынан) булһа, инвалид бала ҡарау осоро атай-әсәйҙең береһенең страховка стажына индерелә. Пенсия коэффициенты йылына - 1,8.

 

Ваҡытынан алда пенсия

 Инвалид баланы 8 йәшкә тиклем тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең береһе ҡартлыҡ буйынса пенсияға ваҡытынан алда сыға ала. Ҡатын-ҡыҙ 50 йәштән (әгәр уның страховка стажы 15 йыл булһа), ир-егеттәр 55 йәштән (минималь страховка стажы 20 йылдан кәм булмаһа һәм 2024 йылда шәхси пенсия коэффициенты күләме - 28,2-нән, ә 2025 йылда 30-ҙан кәм булмаһа) пенсияға сығыу мөмкинлегенә эйә.

 

Өҫтәмә ял көндәре

Инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләргә ай һайын 4 өҫтәмә ял көнө бирелә. Уларҙы әсәһе йә атаһы ҡуллана ала йәки икеһе араһында бүленә. Әгәр атай-әсәйҙең береһе рәсми рәүештә эшкә урынлашмаған икән, икенсеһе быны раҫлаусы документтар килтерергә тейеш.

Өҫтәмә ял көндәрен теләһә ниндәй тәртиптә бүлергә мөмкин. Уларҙы йыйып, өҫтәмә отпуск рәүешендә лә файҙаланырға була, максималь оҙайлығы - 24 көн.

 

Милек һалымына ташлама

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә файҙаланылмаған бер объект өсөн физик шәхестәрҙең милек һалымынан азат ителә. Бындай объект булып 50 квадрат метрға тиклем майҙанлы фатир, торлаҡ йорт, гараж йәки хужалыҡ ҡаралтыһы булыуы мөмкин. Республикала бындай ғаиләләр транспорт һалымын түләүҙән азат.

 

Мәктәптә бушлай туҡланыу

Башҡортостанда көнөнә ике тапҡыр йылы туҡланыу менән 33,6 меңдән ашыу   һаулыҡ мөмкинлектәре сикле уҡыусы тәьмин ителгән. Төбәктә шәкәр диабеты, фенилкетонурия, аҙыҡ-түлеккә аллергия кеүек ауырыуҙар менән сирләгән балалар өсөн махсус менюлар әҙерләнгән.

 

Уҡырға ингәндә ташламалар

 Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр шулай уҡ урта мәктәпкә һәм юғары уҡыу йорттарына конкурстан тыш уҡырға инә ала. Бындай форсат бер тапҡыр ғына бирелә. Шулай уҡ сираттан тыш мәктәп һәм балалар баҡсаһына урынлашыу, махсус учреждениеларҙа уҡыу мөмкинлеге лә юҡ түгел. Әйткәндәй, быйылдан Башҡортостанда ғәриплеге булған етем балалар эшселәрҙе һәм хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайтанан әҙерләү программалары буйынса бушлай уҡый аласаҡ. Уҡыу осоронда  уларға уҡыу әҙәбиәтен һәм яҙыу кәрәк-яраҡтарын һатып алыу өсөн ай һайын пособие түләнә.

 

Газификация

Башҡортостанда инвалид балалары булған ғаиләләр һәм йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булған күп балалы ғаиләләр торлаҡ йорттарын газ менән тәьмин итеүгә льготалы сертификат алырға хоҡуҡлы. 2024 йылда сертификаттың номиналы 100 мең һум тәшкил итә. Был программа буйынса төбәк торлаҡ биналарын газлаштырыу буйынса эштәрҙең 80 проценттан ашыуын субсидиялай. Сертификат алыу хоҡуғынан файҙаланыу өсөн урындағы "Газпром газ бүлеү Өфө" офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда белгестәр йортто газ селтәренә тоташтырыу өсөн техник мөмкинлектәр бармы-юҡмы икәнен тикшерә һәм килешеү төҙөй. Һуңынан килешеү һәм документтар пакеты менән халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәк офисына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

 

Коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация

Башҡортостанда инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ бинаһы һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдарға айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) ҡаралған. Түләү торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙең ғәмәлдә иҫәпләнгән суммаһынан сығып, һәр ғаилә өсөн айырым иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бурыстары булырға тейеш түгел. Компенсацияны алыу өсөн йәшәгән урындағы Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Бушлай ер йә компенсация мөмкинлеге

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж инвалид балалары булған ғаиләләргә Башҡортостанда шәхси торлаҡ төҙөү өсөн бер тапҡыр бушлай ер участкаһы биреү ҡаралған. Шулай уҡ ғаилә ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә түләү алырға хоҡуҡлы. Ер участкаһын бушлай алыу өсөн муниципалитетҡа ғариза яҙырға кәрәк.

 

Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу

 Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға өмөт итә ала. Әлеге программа сиктәрендә бындай ғаиләләр торлаҡты социаль ҡуртымға алыу килешеүе буйынса йәки үҙ милкенә алыу, шулай уҡ торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү алырға хоҡуҡлы. Уның күләме индивидуаль иҫәпләнә һәм теге йәки был субъектта бер кешегә тәғәйенләнгән минималь майҙандың ҙурлығына, төбәктәге квадрат метрҙың норматив хаҡына, ғаилә ағзаларының һанына һәм башҡа факторҙарға бәйле. Торлаҡты беренсел йә икенсел баҙарҙа һатып алырға мөмкин. Бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе ипотека кредиты буйынса тәүге иғәнәгә йәки ипотека буйынса бурысты түләүгә йүнәлтелергә мөмкин.

Инвалид балалары булған һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәпкә торған ғаиләләр исемлеген төҙөү өсөн төбәктең Хеҙмәт министрлығы яуаплы (муниципалитеттар мәғлүмәттәре буйынса). Был исемлек һәм ил бюджетынан бүленгән средстволар күләме нигеҙендә республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты һәр йылға социаль ярҙам сараларын алыусылар исемлеген төҙөй.

Ирина РЕУС, район хакимиәте башлығы советнигы:

- Республикала һуңғы йылдарҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә, айырыуса инвалид балаларға иғтибар бермә-бер артты. Дәүләт тарафынан ярҙамға, матди хәл-торошона һәм балалар һанына ҡарамаҫтан, бөтә ғаиләләр ҙә иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта граждандарҙың ҡайһы бер категориялары - күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре өҫтәмә финанс ярҙамға хоҡуҡлы. Өҫтәүенә уларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүгә ташламалар, шәхси торлаҡ өсөн бушлай участка йәки 250 мең һумлыҡ сертификат бирелә. Шулай уҡ транспорт сараһы булған ата-әсәләр өсөн льгота ҡаралған. Еңел автомобиль двигателе ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклем, шулай уҡ двигателе ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклем булған автобустар өсөн йөҙ процент түләнә. Газ үткәреү өсөн бирелгән сертификат та ҙур ярҙам булып тора.

Үрҙә һаналғандар инвалид бала тәрбиәләгәндәргә күрһәтелгән иғтибарҙың бик бәләкәй өлөшө генә. Республика бындай ғаиләләр мәнфәғәтендә ҡануниәт базаһын камиллаштырыуҙы дауам итә. Урындағы кимәлдә лә ярҙамдың төрлө төрҙәрен булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Һәм был республикала иғлан ителгән Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылында айырата һиҙелә.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: