«Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған конкурс ғаилә институты абруйын нығытыуға, халыҡты республиканың мәҙәни киңлегенә әүҙем йәлеп итеүгә, әхлаҡи-эстетик нигеҙ булдырыуға, башҡорт фольклорын һаҡлау һәм үҫтереүгә, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыуға йүнәлтелгән.
Быйыл финалға Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Сибай, Салауат, Ырымбур ҡалалары һәм Белорет, Мәсетле, Әбйәлил, Миәкә, Йылайыр, Салауат, Ҡырмыҫҡалы райондарынан 14 ғаилә сыҡты. Жюри ағзалары лауреаттарҙы «Ғаилә ҡиммәттәре», «Ғаилә кәсебе», «Ғаилә ижады» номинацияларында билдәләне.
Гран-при Хәйбулла районынан Ҡудашевтар ғаиләһендә булһа, “Ғаилә ижады” номинацияһында Үткәлдән Шәғәлиндәр ғаиләһе лайыҡлы I урын яуланы.
Гүзәл һәм Иршат Шәғәлиндар өс тиҫтә йылдан ашыу Үткәл мәҙәниәт йортонда эшләй. Ғаилә башлығы Иршат Шаһивәли улы мәҙәниәт йортоноң “Үткәл” халыҡ фольклор ансамблен етәкләй. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрен районда ғына түгел, республикала ла оҫта баянсы булараҡ беләләр. Гүзәл Зиннур ҡыҙы мәҙәниәт усағының - художество етәксеһе. Ҡыҙҙары Розалия Ғәйфуллина ҡала Мәҙәниәт һарайының “Аманат” башҡорт бейеү коллективы етәксеһе. Конкурста өлгөлө ғаиләнең ейәнсәрҙәре, ҡаланың 13-сө мәктәбе уҡыусыһы Гөлназ Шөғөлина ла сығыш яһаны.
Шәғәлиндар ғаиләһен оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!