-4 °С
Болотло
Әҙерләү ысулы: йылы һыуҙа сүпрәне иҙеп, шәкәр ҡомо, тоҙ һалып болғайбыҙ. Ул күпереп сығыу менән он, маргарин өҫтәп, йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ һәм өҫтөн ябып, 30 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Унан һуң бүлмә температураһында йәнә 20 минут самаһы ултыртып торабыҙ.
Әгәр асыҡ бәлеш йә пицца бешерһәгеҙ, ҡамырҙы формаға ҡул менән йәйеп һалығыҙ (йәбешә тиһәгеҙ). Бөйөрөк йә күмәстәр әүәләгәндә иһә ҡулға ҡамыр йәбешмәҫлек итеп он өҫтәргә мөмкин. Эслек һеҙҙең ҡарамаҡҡа. Бәлеш-бөйөрөктәр өҫтөн йомортҡа менән һылап, 20 минутҡа 180 градусҡаса ҡыҙҙырылған мейескә ҡуябыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!