Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Апрель 2025, 14:38

Кәбеҫтә бәлеше

Кәбеҫтә бәлеше Кәрәк: 250 г кәбеҫтә, 2 йомортҡа, 1 стакан ҡаймаҡ, 0,5 стакан он, бер семтем ҡабартҡыс (разрыхлитель),  йәшел тәмләткестәр, самалап тоҙ, борос.

Кәбеҫтә бәлеше
Кәбеҫтә бәлеше

Әҙерләү ысулы:

йомортҡаны ҡаймаҡ һәм аш тәмләткестәр менән туҡып, ҡатнашмаға иләнгән он, ҡабартҡыс өҫтәйбеҙ. Шыйыҡ ҡамыр килеп сығырға тейеш. Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турап, йәшел һәм башҡа тәмләткестәр менән болғайбыҙ. Ҡамырҙың яртыһын формаға ҡойғас, эслекте һалабыҙ һәм ҡалған ҡамыр менән өҫтөн ҡаплап, 180 градусҡаса ҡыҙған мейескә 35-40 минутҡа  ҡуябыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас