Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
8 Апрель 2025, 15:50

Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?

Хәҙер күптәр (ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, ирҙәр ҙә) йыл әйләнәһенә SPF-кремдар, флюидтар менән ҡуллана. Нимә һуң ул? SPF-крем (Sun Protection Factor) тип тирене ультрафиолет нурланыштан һаҡлау сараһын атайҙар. Был инглиз телендәге аббревиатура һүҙмә-һүҙ ҡояштан һаҡлаусы фактор тигәнде аңлата. Ул тиренең йәш, матур булыуы өсөн генә түгел, уны ультрафиолет нурҙарҙың зарарлы тәьҫиренән һаҡлау һәм тире яман шешен булдырмау өсөн кәрәк.

Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?
Тирене ҡояштан нисек һаҡларға?

 Кремдың ҡабында күрһәтелгән SPF һаны һаҡланыуҙың ышаныслылығын сағылдыра. Индексҡа ҡарап, был түбән (6-12), уртаса (15, 20, 25) йәки юғары (30, 40, 50 һәм 50+) һаҡланыу дәрәжәһе булыуы мөмкин.

SPF-кремдең ҡайһы бер функциялары:

-          Ҡояшта яныуҙан һәм пигмент таптар барлыҡҡа килеүҙән һаҡлай;

-          фотоҡартайыуға ҡалҡан булып тора;

-           профессиональ косметологик ярҙам талап иткән эҙемтәләрҙән һаҡлай, мәҫәлән, мимик йыйырсыҡтар, дымлылыҡты юғалтыу, елһенеү, ҡояшҡа аллергия.

SPF-кремдар составында физик (титан диоксиды, цинк оксиды) һәм химик (авобензон, мексорил, тиносорб һәм башҡалар) фильтрҙар булыуы мөмкин. Физик йәки минераль фильтрҙар бөгөнгө көнгә тулыһынса хәүефһеҙ тип танылған. Улар нурланышты кире ҡаға, йәғни экран кеүек эшләй. Кире яғы шунда: бындай саралар йыш ҡына тире өҫтөндә аҡ тап ҡалдыра.

Химик фильтрлы саралар ҡояш яҡтылығын кире ҡайтармай, ә йота. Улар биткә һәм тәнгә яҡшыраҡ һылана, оҙағыраҡ һаҡлана, әммә шул уҡ ваҡытта майлыраҡ һәм йәбешкәк була. Белгестәр фекеренсә, иң яҡшыһы - ике типтағы фильтрлы ҡатнаш сараларҙы ҡулланыу.

Һис шикһеҙ, SPF-ты йәй генә түгел, ҡыш та ҡулланырға кәрәк: сағыу аҡ ҡар ҡояш яҡтылығын һыу йәки ҡом кеүек үк сағылдыра.

Автор: Нэркэс Сулейманова
Читайте нас