Бөтә яңылыҡтар
Ғаиләм -ҡәлғәм
30 Ғинуар , 09:59

Һәр йәһәттән дә өлгөлө ғаилә

Олойылға ауылынан ишле, татыу ғаилә - Гөлнар һәм Фәһим МӨСӘЛИМОВТАР “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2026” Асыҡ республика конкурсының муниципаль этабында еңеүсе тип баһаланды.

Һәр йәһәттән дә өлгөлө ғаилә
Һәр йәһәттән дә өлгөлө ғаилә

Эмилия, Аделина, Арсен исемле һәләтле, тырыш балалар тәрбиәләгән, хеҙмәттәрендә хөрмәт, абруй ҡаҙанған, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәгән Гөлнар һәм Фәһим Мөсәлимовтар артабан конкурстың 12 ғинуарҙан 10 февралгә ҡәҙәр дауам иткән зона этабында ҡатнаша. Иҙел башы иһә Межгорье ҡалаһы, Белорет, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат райондары өсөн һынау майҙансығы буласаҡ. Еңеүсе ғаилә проекттың республика этабында үҙ төбәгенең данын яҡлаясаҡ.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” йәмәғәт берләшмәләре халыҡ-ара союзы, Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте тарафынан ойошторолған күләмле проекттың бурыс-маҡсаты - илдә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләләрҙе асыҡлау, ғаилә ҡиммәттәрен популярлаштырыу, йәмғиәттә ғаилә статусын күтәреү, әхлаҡи-эстетик мәҙәниәт нигеҙҙәрен тәрбиәләү, башҡорт фольклорын һаҡлау, үҫтереү, башҡорт ғаиләһенең ижтимағи һәм социаль әүҙемлеген хуплау.

Конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән ғаиләләр “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре”, “Махсус хәрби операция геройы ғаиләһе”, “Күп балалы башҡорт ғаиләһе” номинацияларында үҙ көстәрен һынай.

 Әйткәндәй, 2026 йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде.

- 2026 йылды беҙ Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан иттек, саралар планы кәрәк. Рәсәй Президенты 2026 йылды Халыҡтар берҙәмлеге йылы тип билдәләне, - тине республика Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

Үҙ сиратыбыҙҙа, Мөсәлимовтар ғаиләһенә мәртәбәле конкурста уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас