10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе 6 йәштән (1 сентябргә тиклем тулған осраҡта) 18 йәшкә тиклемге (3 июлдән һуң тулһа) балалары булған ғаиләләр алырға хоҡуҡлы. Ата-әсәнән тыш, аҡса улллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыусыларға, опекундарға һәм попечителдәргә бирелә.
Мәктәп программаһына ярашлы уҡыуҙарын дауам иткән инвалидтарға һәм һаулығы буйынса сикләүҙәре булғандарға (18 йәштән 23йәшкәсә) ла аҡса түләнергә тейеш.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, яҡынса иәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡыған алты йәштән 18 йәшкәсә 650 меңдән ашыу баланың 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алырға хоҡуғы бар.