Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
30 Июль 2021, 11:06

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу башлана

Башҡортостанстат ауыл хужалығы иҫәбен алырға әҙерләнә. Рәсәй Хөкүмәтенең 2020 йылдың 29 авгусындағы “2021 йылда бәләкәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойоштороу тураһында”ғы 1315-се ҡарарына ярашлы, сараны уҙғарыу 2021 йылдың 1-30 авгусына билдәләнде.

agro.e-mordovia.ru
Фото:agro.e-mordovia.ru

Һуңғы йылдарҙа аграр тармаҡта ҙур үҙгәрештәр бара. Улар тәү сиратта тәбиғәт-климат, финанс-иҡтисади шарттар, хеҙмәт ресурстарының миграцияһы менән бәйле. Шуға ла ауыл хужалығы микроиҫәбен алыуҙы (СХМП) ике иҫәп алыу араһында, уларҙың һуңғыһынан биш йылдан да оҙаҡлатмай уҙғарырға ҡарар ителде. Бынан алдағы әлеге кеүек сара 2016 йылда үткәйне.

Микроиҫәп алыу объекттары булып ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең ошо категориялары тора: ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың шәхси ярҙамсы һәм башҡа үҙ хужалыҡтары, коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ, йәшелсәселек ширҡәттәре.

2021 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың маҡсаты - тармаҡтағы структур үҙгәрештәр тураһында рәсми мәғлүмәт алыу, етештереүселәрҙең категорияларына бәйле белешмә туплау, өлкәләге үҫеште күҙаллау.

108-се Федераль закондың 12-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, иҫәп ҡағыҙҙарында һәм электрон документтарҙа һаҡланған микроиҫәп объекттары тураһындағы мәғлүмәттәр ҡулланыу өсөн сикләнгән документ булып тора, улар күрһәтелмәй (таратылмай), бары тейешле дәүләт мәғлүмәт системаларын булдырыу өсөн генә файҙаланыла.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: