Төбәктәргә ошо маҡсатҡа бөтәһе 1,6 миллиард һум бүленгән. Башҡортостанға иһә 34,1 миллион һум бирелә.
Аҡса льготаға эйә булғандарҙы бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә. Бындай социаль хеҙмәт инвалидтарға, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға, инвалид балаларға, чернобылселәргә күрһәтелә. Һәр кем өсөн дарыуҙар һәм медицина изделиелары шәхсән билдәләнә.
Бынан алда Хөкүмәт льготаһы булғандарға дарыуҙар һәм медицина изделиелары һатып алыу өсөн сумманы индексацияланы. Хәҙер сумма айына бер кешегә – 929,8 һум. Ҡарар өҫтәмә финанслау талап итте.
2021 йылда федераль бюджетта льготаға эйә булғандар өсөн бушлай дарыуҙарға 38,7 миллиард һум ҡаралған.
Фото: medikrussia