+24 °С
Ясна
Ҡала ерендә эшләгәндәр 30 йыл стаж менән шулай уҡ алдан пенсияға сыға ала. Рәсәй пенсия фонды идаралығы белдереүенсә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 30 сентябргә тиклем айырым категориялы медицина хеҙмәткәрҙәре яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы йәки ошо ауырыуға шикле пациенттарға медицина ярҙамы күрһәткән эш осоро льготалы(ташламалы) осор итеп иҫәпләнәсәк. Йәғни, бер эш көнө ике көн булып иҫәпләнә. Аныҡланыуынса, бындай стажға медицина хеҙмәткәренең ауырыу буйынса йәки декрет, отпуск осорҙары, шулай уҡ аҙнаның ял көндәренә тура килгән эш ваҡыты тулыһынса иҫәпкә алынасаҡ.
Фото: myslo.ru
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан