Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
25 Август 2021, 17:02

Уңыш йыйыу башланды

Ҡоҙғон-Әхмәрҙән ағалы-ҡустылы Раян һәм Илгиз Һаруновтарҙың фермер хужалыҡтары ярауай бойҙай йыйыуға төштө.

Уңыш йыйыу башланды
Уңыш йыйыу башланды

Быйыл фермерҙар 85 гектар майҙанда «Аквилон» сортлы бойҙай сәсте. Йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, уңышты гектарынан 15-20 центнер йыйып алыу көтөлә.

Һаруновтар иген культураларын йыйыу өсөн СК-5 “Нива” комбайны һатып алған.

Дөйөм алғанда, Белорет районына 620 гектар майҙанда бөртөклө культураларҙы йыйып алыу планы ҡуйылған. Бөгөнгө көндә майҙандың 20 проценты йыйып алынған, уңыш уртаса гектарына 12 центнер тәшкил итә. Игенселәр 12 авгусҡа тиклем уңышты йыйып алырға ниәтләй.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: