Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
26 Август 2021, 11:13

Ер участкаһына тиклем бушлай газ үткәреүгә ғаризалар ҡабул ителә

Ер участкаһына тиклем газ үткәргес һуҙыу (әлбиттә, газ үткән ауыл-ҡасабаларҙа) эштәре өсөн республика ҡаҙнаһы түләй. Хеҙмәттең хаҡы юғары булғанлыҡтан, был күп ғаиләләрҙең хәленән килмәй ине.

Ер участкаһына тиклем бушлай газ үткәреүгә ғаризалар ҡабул ителә
Ер участкаһына тиклем бушлай газ үткәреүгә ғаризалар ҡабул ителә

Офисҡа бер нисә белешмә тапшырырға кәрәк, тип хәбәр итте күп функциялы үҙәк етәкселеге. Ғариза, ИНН, СНИЛС, ер участкаһына милек (ҡуртымға алыу) хоҡуғы, йортҡа милек хоҡуғы, ситуация планы талап ителә.

Әгәр ғаризаны заказсының вәкиле бирһә, ышаныс ҡағыҙы булырға тейеш.

2021 йылдың июль аҙағына республикала газ үткәреү кимәле 83,5% тәшкил итте. Газ үткән 2 471 тораҡ пунктта 186 мең йорт газһыҙ ҡала.

Был эш ил президенты ҡушыуы буйынса башҡарыла. Быға тиклем Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ҡатаншыусыларына һәм инвалидтарына, хәрби хәрәкәт инвалидтарына 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Аҙ тәьмин ителгән инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, ишле ғаиләләр иһә 60 мең һумлыҡ сертикатҡа эйә булды. Июль аҙағына ошондай 4 542 сертификат бирелде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: