Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
15 Сентябрь 2021, 17:18

Һайлау участкалары мөһим сараға әҙер

19 сентябргә тәғәйенләнгән һайлауҙа тауыш биреүҙәр өс көн дауамында барасаҡ. Белорет районында Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙан тыш, Белорет ҡалаһы һәм Үрге Әүжән, Тимер юл, Сосновка, Тирлән, Туҡан ауылдарына Совет депутаттарын һайлауҙар ҙа үтә. 

Һайлау участкалары мөһим сараға әҙер
Һайлау участкалары мөһим сараға әҙер

Тауыш биреү өсөн биналар тейешле хеҙмәттәр арафынан тикшерелгән һәм һайлауҙарға әҙер. Ҡаланың тарихи-крайҙы өйрәнең музейы бинаһында урынлашҡан 1286-сы һайлау участкаһы ла сәйәси сараға тулыһынса әҙер. Һайлау комиссияһы рәйесе Гөлназ Әмирова - тәжрибәле белгес. Һайлау участкаһында ла 2012 йылдан бирле эшләй. Башта комиссия секретары булһа, үткән йылдан ул рәйес вазифаһында.

- Эш яуаплы һәм ҡатмарлы. Хатта әҙерлек этабында ла ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Бинаны һайлаусыларға уңайлы булһын өсөн, шул уҡ ваҡытта талаптарҙы күҙ уңында тотоп әҙерләргә кәрәк. Комиссия составында 12 кеше. 17 һәм 18 сентябрҙә комиссия ағзалары смена менән эшләһә, 19 сентябрҙә бөтә состав та комиссияла эшләйәсәк. Бындай сараларҙа күп йылдар ҡатнашһам да, тулҡынланам. Кешеләр алдындағы бурыс яуаплылыҡ та өҫтәй. Ололарҙың йорттарына барып һайлатыу мөмкинлеге барлығын да иҫкәрттек, - тине Гөлназ Мансур ҡыҙы.

Һайлау участкалары видеокамералар менән йыһазландырылған, тауыш биреүҙә күҙәтеүселәр ҙә ҡатнаша.

Ковидҡа ҡаршы сараларҙы үтәүгә лә иғтибар бүленгән. Комиссия ағзалары битлек, бирсәткәлә була. Һайлаусыларҙың тән температураһын үлсәйҙәр, битлек һәм авторучка бирәләр.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: