Рәсәйҙә теркәлмәгәндәр өсөн Өфөнөң Посадская урамында участка эшләй. 272 тораҡ пунктта 30 мең кеше күсмә участка-автобустарҙа тауыш бирә ала. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға участка һайлау комиссияһы ағзалары өйҙәренә килә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, һайлау өс көн – 17 сентябрҙән 19-ына тиклем дауам итә. Һайлауҙа 3 миллиондан ашыуыраҡ кеше ҡатнаша, уларҙың 43 меңе тәүге тапҡыр үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙалана.
Башҡортостанда, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙан тыш, 29-сы Талбазы, 43-сө Красный Холм, 55-се Беүә һайлау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы депутаттарын өҫтәмә һайлау, Өфө, Бөрө һәм Белорет ҡала советтарына һайлау, шулай уҡ ҡайһы бер ауыл советтарына һайлау уҙғарыла. Бөтәһе 175 кампания, уларҙың барышында 312 мандат бүленә, өҫтәүенә исемлектәр буйынса тауыш биреү.