+2 °С
Облачно
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
20 Сентябрь , 15:49

"Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер"

Башҡортостанда 21 сентябрҙә йорттарға йылы бирә башлайҙар. Был хаҡта бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев хәбәр итте. 

"Халыҡ ҡәнәғәтһеҙлек белдерер"

Уның һүҙҙәренсә, республиканың күпселек биләмәһендә дүртенсе тәүлек рәттән һауа температураһы +8 градустан түбән.

«Шуға күрә 21 сентябрҙә йылытыу миҙгелен башларға тәҡдим итәм», — тип мөрәжәғәт итте ул республика етәксеһенә. Республиканың көньяҡ райондарына килгәндә, Алан Марзаев әлеге райондарҙа йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарарҙы, һауа температураһы күрһәткестәренән сығып, муниципалитет башлыҡтары ҡабул итеүен билдәләне.

Бөгөнгә мәктәп, дауахана һәм балалар баҡсаларының 99% йылы бирелде, тип өҫтәне ул. Һигеҙ социаль объектта йылы юҡ: Белорет, Дыуан, Салауат райондарында — бер, Ишембай районында — ике, Өфөлә — өс. Йылы бирелмәүҙең сәбәптәре төрлө.

«Мәсьәлә муниципалитет башлыҡтары контролендә», — тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы.

Алан Марзаевтың докладын тыңлағандан һуң, Радий Хәбиров яҡын арала барлыҡ социаль учреждениеларға йылы бирергә ҡушты. Ул шулай уҡ муниципалитет башлыҡтарына йылытыу миҙгелен башлау тураһында ҡарар ҡабул иткәндә ныҡлап уйларға тәҡдим итте.

«Был мәсьәләне халыҡ менән тикшерегеҙ. Әгәр хәҙер йылы бирһәк, сентябрь өсөн түләү ҡағыҙҙары килгәс, улар ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе. Аҙна аҙағында көндәрҙең йылытыуын көтәбеҙ, ике-өс көн йылы ойоҡ кейеп йөрөргә, форточкаларҙы асмаҫҡа ла мөмкин. Быға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым», —  тип өҫтәне ул.

Фото: www.sobaka.ru

Автор:Эльвира Хамзина