Һүҙ, атап әйткәндә, беренсе йәки икенсе баланың тыуыуына йәки уны уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуға бәйле пособиелар тураһында бара. Үҙгәрештәр аҡсаны халыҡ-ара түләү системалары карталарына алғандарға ғына ҡағыла.
Бынан алда Хеҙмәт министрлығында «Мир» картаһы йөклөлөктөң иртә осоронда иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға айлыҡ пособие, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиелар, бала ҡарау буйынса пособилелар, икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балаларға айлыҡ түләүҙәр, 3-7 йәшлек балаларға айлыҡ түләүҙәр, 8-17 йәшлек балалар тәрбиәләгән тулы булмаған ғаиләләргә пособиелар, Пенсия фондынан пенсиялар һәм башҡа түләүҙәр, эшһеҙлек пособиеларын алыу өсөн кәрәклеге тураһында белдергәйнеләр.