Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
28 Сентябрь 2021, 15:10

Ниәттәре - изге

Халыҡ башланғыстары ауыл-ҡасабаларҙа, ҡалаларҙа тормош шарттарын яҡшыртыу, йәшәгән еребеҙҙе уңайлыраҡ һәм матурыраҡ итеү йәһәтенән ойошторола.

Ниәттәре - изге
Ниәттәре - изге

«Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проектының да төп маҡсаты - республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Һәр проектты бойомға ашырыу бер нисә этаптан: халыҡ йыйылышынан, заявка төҙөүҙән, уны тикшереү һәм конкурслы һайлап алыуҙан тора, ә конкурсты үткән осраҡта, урындағы етәкселек вәкилдәре инициатив төркөм менән берлектә подрядсы ойошмаларҙы һайлап, проектҡа ярашлы ҡуйылған бурыстарҙы хәл итә. «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» программаһында еңеп сыҡҡан ауыл биләмәләренең күбеһендә быйылғы йылдың конкурс процедуралары тамамланып, башланғыстары тормошҡа ашырылып бөтөүгә, икенсеһе башланды.

Быйыл Аҙналы ауылы халҡы ла республика программаһында ҡатнашыу теләген белдерҙе. Шәмбе Аҙналы клубында Аҙналы һәм Ҡаҙыш ауылдары халҡы ҡатнашлығында йыйылыш үтте. Ауылдағы мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Шуларҙың береһе - зыяраттың кәртәһен яңыртыу. Быға тиклем аҙналылар әруахтар йортон, үҙ башланғысы менән аҡса йыйып, тимер бағаналар ултыртып кәртәләне. Әммә материалға хаҡтар артыу сәбәпле, эштәр туҡтап ҡалғайны. Ауыл халҡы Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиеваға мөрәжәғәт итте һәм республика программаһына индереүҙе һораны. Йыйылышта ауыл халҡы, ауыл советы депутаттары менән берлектә "Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү" программаһында ҡатнашып, зыяратты кәртәләү өсөн берҙәм тауыш бирҙе.

Проектҡа ярашлы инициатив төркөм төҙөлдө.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: