Фирдәүес етем балалар һәм ҡарауһыҙ ҡалған граждандар категорияһына ҡарай. Егеткә нәҡ ошо категорияға ҡарағанлығын иҫбатлар өсөн бер нисә йыл дауамында төрлө инстанциялар тупһаһын тапарға, республика, ил киң мәғлүмәт сараларына мөрәжәғәт итергә тура килә. Тырышҡан – моратына ирешкән, тигәндәй, фатир алыуға ирешә Фирдәүес Шәйхетдинов.
- Балалар йортонан һуң юғалып ҡалғандай булдым. Туғандарҙа, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәргә тура килде. Ҡаланың 25-се колледжын тамамлап, ашнаҡсы һөнәренә эйә булдым. Әле ҡала суши-барҙарының береһендә ашнаҡсы-сушист булып эшләйем. Эшем оҡшай. Яңыраҡ ғаилә лә ҡорҙом. Алла бирһә, сабыйыбыҙҙы ла фатирыбыҙға алып ҡайтасаҡбыҙ, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Фирдәүес.
Крупская урамында урынлашҡан бер бүлмәле фатирҙы Шәйхетдиновтар ҡараған да инде. “Яҡты, иркен, йылы, яҡшы ремонты бар. Фатир беҙгә оҡшаны. Үҙ мөйөшөбөҙ бар, шунан да ҡыуаныслы нимә бар”, - ти йәш ғаилә һәм уларҙың ҡыуаныстарын бүлешкән район хакимиәтенә, туғандарына, таныштарына, ғөмүмән, барыһына ла рәхмәттәрен еткерә.