Аҙна йомғаҡтары буйынса Урал аръяғы, Белорет, Бөрйән, Хәйбулла, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Яңауыл һәм Туймазы райондарында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында вакцина яһатыу темпы түбән булыуы күҙәтелә.
Прививка эшләткәндәр һаны антирейтингына Иглин, Бөрйән, Белорет райондары, Межгорье һәм Сибай ҡалалары инде.
Бындай күрһәткестәр халыҡтың әүҙем булмауына ла бәйле, тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры. Уның һүҙҙәренсә, сараларҙы сикләү һәм халыҡтың 80 процентына прививка яһау артабан эпидемиологик хәлде тотороҡландырырға булышлыҡ итергә тейеш.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Белореттың ҙур предприятиеларына хеҙмәткәрҙәргә мотлаҡ вакцина яһатырға тигән күрһәтмә бирелде.