Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
9 Октябрь 2021, 13:32

Наградалары менән ҡотлабыҙ!

Республикабыҙҙың төп байрамы – Республика көнө уңайынан район-ҡалаларҙа, һаҡланыу сараларын үтәп, ҙур саралар үтә.

Наградалары менән ҡотлабыҙ!
Наградалары менән ҡотлабыҙ!

Кисә ҡаланың музыка мәктәбендә Республика көнө айҡанлы тантаналы ултырыш үтте. Байрам сараһында “Белорет районы һәм ҡалаһының Маҡтаулы гражданины”, әҙәбиәт өлкәһендә уңыштарға өлгәшкән әҙәбиәтселәр муниципаль район хакимәте башлығы премияһына дәғүә иткән уҡыусылар һәм башҡалар билдәләнде.

Намыҫлы хеҙмәте, район-ҡала үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев “Белорет районы һәм ҡалаһының Маҡтаулы гражданины” исеменә лайыҡ булды. Яҡташыбыҙҙы, эшендә артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Яныбай Хамматов исемендәге премияһын Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, яҙыусы, бер нисә китап авторы Мәүлит Кәримов, “Плавка” әҙәби берләшмә ағзаһы, яҙыусы, егермәләгән йыйынтыҡ авторы Евгений Сухов алды. “Ағиҙел өҫтөндәге йәйғор” премияһы балалар яҙыусыһы, “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Фәйрүзә Кинйәбаева һәм “Плавка” әҙәби берләшмә ағзаһы Александр Тутиковҡа тапшырылды. Ҡотлайбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: