Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 октябрҙән республикала вакциналау үтмәгән 65 йәштән ололарға һәм хроник сирлеләргә мәжбүри үҙҡурсалау режимы индерелә.
«Хәүеф төркөмөнә ингән ололарға ярҙам итеү маҡсатында беҙ айырым йүнәлеште – автоволонтерҙарҙы бүлдек. Улар ғариза биреүсенең иҫәбенә аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар илтеп бирәсәк. Быларҙың барыһы ла халыҡтың үҙҡурсалау режимын үтәһен һәм һаулығын һаҡлаһын өсөн эшләнә», — тине бының турала «Берҙәм Рәсәй»ҙең башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары, Өфө ҡала советы депутаты Александр Мельников.
Мөрәжәғәт яһаусының теләге буйынса волонтер исемлек буйынса теләгән магазинға йәки дарыуханаға бара аласаҡ. Аҙаҡтан аҡса сығымы чек буйынса кире ҡайтарыласаҡ. Бынан тыш, автоволонтерҙар ололарҙы вакцина яһатыу өсөн поликлиникаға алып барыуға ярҙам итәсәк.
Ғаризалар «Берҙәм Рәсәй» ирекмәндәр үҙәгенең берҙәм телефонына: 8-800-201-89-03 эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске сәғәт 6-ға тиклем ҡабул ителә.
Бер юлы можтаждарға үҙ ирке һәм түләүһеҙ ярҙам итергә автоирекмәндәр туплана – бының өсөн үрҙә яҙылған телефонға шылтыратығыҙ.