-5 °С
Болотло
Рәсәй хөкүмәте вице–премьеры Татьяна Голикова коронавирусҡа бәйле хәл тип 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан итергә тәҡдим иткән. Бының турала ТАСС хәбәр итә.
Голикова шулай уҡ ҡайһы бер төбәктәрҙә ял көндәрен 23 октябрҙән үк индерергә кәрәк тигән. Уның фекеренсә, улар 7 ноябрҙән һуң QR-коды буйынса ғына объекттарға индереүҙе ойоштора ала.
Премьер - министр Михаил Мишустин 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял көндәре иғлан итеү буйынса тәҡдимгә ризалашҡан. Ул вице-премьерҙарға ял көндәрендә бизнесҡа нисек ярҙам итергә була тип тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушҡан.