Социаль өлкә
21 Октября 2021, 06:22

"Ярҙамдарына рәхмәт!"

«Дека-С» етәкселәре Олег Хлесткин һәм Эдуард Латыпов ярҙамдары өсөн рәхмәтлебеҙ», - тип яҙҙы район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәрҙә.

"Ярҙамдарына рәхмәт!""Ярҙамдарына рәхмәт!"
"Ярҙамдарына рәхмәт!"

Бына бер нисә аҙна инде Белорет ковид-госпитале тулы. Медицина ҡорамалдары етерлек. дарыуҙар ваҡытында килтерелә, ә дауаханала ауырыуҙар һәм хеҙмәткәрҙәр ашын йылытыу өсөн көнкүреш техникаһы етешмәй ине.

Вакцинаны һаҡлау һәм ташыу өсөн туңдырғыс камералар етешмәне.

«Белорет ойошмаларына мөрәжәғәт иттек. «Дека-С» предприятиеһына рәхмәт. Ковид-госпиталь өсөн биш микротулҡынлы мейес, дүрт туңдырғыс камера алырға ярҙам итте. Ошондай ваҡытта ярҙам итергә теләгән белореттарҙың артыуы ҡыуаныслы», - тине район етәксеһе.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас