-6 °С
Болотло
Губернаторҙар һәм предприятие етәкселәре хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинация өсөн ике ял көнө менән тәьмин итергә бурыслы. Эш хаҡын һаҡлау мотлаҡ. 60 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәрҙе һәм хроник сирлеләрҙе өйҙән эшләү режимына күсерергә тәҡдим ителде. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка яһатмаған 60 йәштән өлкән граждандарға изоляция тәртибенә күсерергә тәҡдим ителә.
Ҡайһы бер ойошмаларға вакцинация йәки коронавирусты үткәреү хаҡында документ менән генә индерергә кәрәк. Бының ниндәй учреждениеларға ҡағылыуын ил субъекттары хәл итә.