Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
2 Ноябрь 2021, 09:41

Яндекс Карталарҙа - яңы иҫтәлекле урындар

Белорет Яндекс Карталарҙа 2021 йылдың яңы панорамаларын алды. Бындай  панорамалар тәүгегә Башҡортостандың тағы ла бер нисә ҡалаһы – Мәләүез, Күмертау, Учалы һәм Сибайға ла бирелде.

Яндекс Карталарҙа - яңы иҫтәлекле урындар
Яндекс Карталарҙа - яңы иҫтәлекле урындар

Панорамомобиль —  махсус фотоҡорамал менән йыһазландырылған автомобиль - Башҡортостан буйлап йәйен үтте. Сәфәре ваҡытында 104 мең фотография эшләне, шуларҙың 26 меңе – панорама. Улар Яндекс Картала урынлаштырылған да инде.
Яңы панорамалар 823 саҡрым юлды биләй. Файҙаланыусылар тәүге тапҡыр баҫылғандарында әҙәмиәтле йәмәғәт биналарын, иҫтәлекле урындарҙы: Торатауҙың аҡбур тауын, Кумертауҙың Мәҙәниәт йортон, Белорет кәләнсәһен һәм Учалы мәсетен күрә ала.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: