Бөтә яңылыҡтар
Социаль өлкә
7 Ноябрь 2021, 21:53

Ҡайһы бер пенсионерҙарға аҡса түләнә

Рәсәй Президенты указы менән ноябрҙә ҡайһы бер пенсионерҙарға иллешәр мең һум аҡса түләнә.

Ҡайһы бер пенсионерҙарға аҡса түләнә
Ҡайһы бер пенсионерҙарға аҡса түләнә

2 ноябрҙән «Ленинградты обороналаған өсөн» йәки «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән бүләкләнгән ветерандарға түләүҙәр күсерелә башланы. Ул пенсия йә башҡа социаль пособие менән бергә киләсәк. Күләме — 50 мең һум. 

Бер тапҡыр бирелә торған түләү «Тормош юлы» транспорт магистраленең 80 йыллығы айҡанлы булдырылған. Уны Рәсәйҙән тыш, Латвия, Литва, Эстония, Абхазия, Көньяҡ Осетия республикаларында һәм Днестр буйында йәшәүсе ветерандар аласаҡ.

Фото: barvest.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: