«Яңы коронавирус инфекцияһына (COVID-19) ҡаршы прививка йәки прививка яһатырға ярамауы йә иһә яңы коронавирус инфекцияһын үткәреү тураһында сертификат» медицина документы формаһын раҫларға. Бойороҡ 2021 йылдың 8 ноябренән көсөнә инә», — тиелә документта.
Яңы сертификат рус һәм инглиз телдәрендә электрон форматта автоматик рәүештә тултырыла. Был прививканан һуң өс көндән дә һуңға ҡалмайынса башҡарылырға, ә элекке сертификаттар 2022 йылдың 1 мартына тиклем үҙгәртелергә тейеш.
Яңы сертификатта тулы исем-шәриф, тыуған көн, енес, адрес, страховка номеры, медицина страховкалау полисы, документ тултырылған көн күрһәтелә.
Шулай уҡ унда ревакцинация, прививка яһатырға ярамауы, COVID-19 сирен үткәреү тураһында мәғлүмәт була. Бынан тыш, сертификатта QR-код өсөн урын ҡарала.
Теләге булған граждандар яңы сертификатты ҡағыҙға баҫтырып алырға мөмкин, әммә бының өсөн күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ауыл ерендә йәки алыҫ биләмәләрҙә йәшәгәндәргә документты Рәсәй субъектының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге башҡарма властары тапшырырға тейеш.
РБК порталы мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәй граждандары өсөн коронавирусҡа ҡаршы прививка тураһында сертификат һәм QR-код бер йыл урынына алты ай ғына ғәмәлдә була. «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы мәғлүмәттәре ошо хаҡта һөйләй. Прививка эшләткәндәрҙең бер йыл ғәмәлдә булырға тейешле сертификаттары 8 ноябрҙән ярты йыл ғына ғәмәлдә тип иҫәпләнә.