-12 °С
Болотло
Ҙур этнографик диктант Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды. Ул "Халыҡтар күп - ил берәү" девизы аҫтында үтте.
Сарала онлайн режимында 3 ноябрҙән 7 ноябргә ҡәҙәре ҡатнашырға мөмкин ине.
Быйыл акцияла Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрен һәм 95 сит илдән 2 679 689 кеше ҡатнашҡан.
Иң күп ҡатнашыусылар беҙҙең республиканан булған.
«Акция ҡатнашыусылары илебеҙҙең төрлө милли мәҙәниәте, йолалары һәм тел үҙенсәлектәре буйынса файҙалы мәғлүмәт алды. Беҙ тыуған илебеҙҙең тарихын мәҙәниәтен белергә тейешбеҙ. Сөнки Рәсәй – ул иң тәүҙә кешеләр», – тип белдерҙе «Башҡортостан удмурттарының милли-мәҙәни үҙәге» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Людвиг Зидымаков.